Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Баймаҡтың берҙән-бер һуғыш ветераны

Ҡатын-ҡыҙ һәм һуғыш бер-береһенә ҡапма-ҡаршы төшөнсәләр тип уйлаһаҡ та, Бөйөк Ватан һуғышы ауырлыҡтарын үҙ иңдәренә һалған ҡыйыу йөрәкле гүзәл заттар ҙа юҡ түгел. Шундайҙарҙың береһе Баймаҡ ҡалаһында йәшәй. Валентина Потапова фронтҡа ни бары 19 йәшендә генә саҡырыла. 1942 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алынған бер төркөм ҡыҙҙар Свердловск өлкәһенә хәрби хеҙмәткә өйрәтеү маҡсатында уҡырға ебәрелә. Йәп-йәш һылыуҡайҙар ҡулына винтовканы нисек тоторға, яралыларға тәүге ярҙам күрһәтергә өйрәнә. Хәрби хеҙмәттең тәүге сирҡанысы алған ҡыҙҙарҙың кемеһелер санинструктор булараҡ фронтҡа оҙатыла, икенселәре элемтәсе итеп тәғәйенләнә, ә Валя 100-се аэродромды хеҙмәтләндереүсе батольонға эләгә. “Миңә атырға тура килмәне, фашист менән дә күҙмә-күҙ осрашманым, әммә беҙҙең батальон алға барған армияның артынан һис тә ҡалмай атланы. Емерелгән ауыл-ҡалаларҙы күргән һайын, фашистарға ҡарата нәфрәтем артты, йылғалар ҙа һәләк булған яралыларҙың ҡанына мансылып, төҫөн үҙгәртте. Хәрби хеҙмәтте хәрби ҡорамалдар һаҡл
Оглавление
    Баймаҡтың берҙән-бер һуғыш ветераны
Баймаҡтың берҙән-бер һуғыш ветераны

Баймаҡтың берҙән-бер һуғыш ветераны

Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән берҙән-бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Валентина Потапова фронтҡа ни бары 19 йәшендә генә саҡырыла. Бөгөн уға 103 йәш!

Ҡатын-ҡыҙ һәм һуғыш бер-береһенә ҡапма-ҡаршы төшөнсәләр тип уйлаһаҡ та, Бөйөк Ватан һуғышы ауырлыҡтарын үҙ иңдәренә һалған ҡыйыу йөрәкле гүзәл заттар ҙа юҡ түгел. Шундайҙарҙың береһе Баймаҡ ҡалаһында йәшәй.

Валентина Потапова фронтҡа ни бары 19 йәшендә генә саҡырыла. 1942 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алынған бер төркөм ҡыҙҙар Свердловск өлкәһенә хәрби хеҙмәткә өйрәтеү маҡсатында уҡырға ебәрелә. Йәп-йәш һылыуҡайҙар ҡулына винтовканы нисек тоторға, яралыларға тәүге ярҙам күрһәтергә өйрәнә. Хәрби хеҙмәттең тәүге сирҡанысы алған ҡыҙҙарҙың кемеһелер санинструктор булараҡ фронтҡа оҙатыла, икенселәре элемтәсе итеп тәғәйенләнә, ә Валя 100-се аэродромды хеҙмәтләндереүсе батольонға эләгә.

“Миңә атырға тура килмәне, фашист менән дә күҙмә-күҙ осрашманым, әммә беҙҙең батальон алға барған армияның артынан һис тә ҡалмай атланы. Емерелгән ауыл-ҡалаларҙы күргән һайын, фашистарға ҡарата нәфрәтем артты, йылғалар ҙа һәләк булған яралыларҙың ҡанына мансылып, төҫөн үҙгәртте. Хәрби хеҙмәтте хәрби ҡорамалдар һаҡланған складты һаҡлауҙан башланым. Аҙаҡ мине радистар әҙерләү курсына күсерҙеләр, Еңеү таңын радист булып Литваның Каунас ҡалаһында ҡаршыланым. 1945 йылдың сентябрендә тыуған яғыма ҡайттым һәм ике йылдан тормошҡа сыҡтым”, - ти һөйләй ветеран инәй.

Тормош иптәше Михаил Потапов та һуғыш юлын үткән фронтовик була. Ҡыйыу яугиргә күп тапҡырҙар Ладога күле буйлап йоҡа боҙ өҫтөнән “Йәшәү юлы”нан үтергә тура килә. Һуғыштан һуң да Михаил Кирсан улы руль менән идара итеүҙән туҡтамай, оҙаҡ йылдар АТП-ла водитель булып эшләй.

Бәхетле ғаиләлә дүрт бала үҫә, уларҙың барыһы ла юғары белемгә эйә. Ҡалала ла, районда ла Потаповтар хөрмәтле кешеләр була, уларҙың хәрби наградалары янына тыныс хеҙмәттә алғандары өҫтәлә.

Әле Валентина Потапованың күкрәген Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән хеҙмәте өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн” миҙалы биҙәй. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Валентина Георгиевнаның тәҙрә төптәрендә яратҡан сәскәләренең һәм йәшелсәләрҙең үҫентеләре урын алған. Күңел һәм күҙ нурҙарын түгеп үҫтергән үҫентеләрен тиҙерәк түтәлдәргә сығарыу теләге менән һәр йылдың Еңеү байрамын ҡаршылай ул. Быйыл да ветерандың үҫентеләре күптән күпереп үҫкән, тимәк тиҙҙән уның өсөн иң ҡәҙерле байрам яҡынлаша.

Әйткәндәй, Баймаҡ ҡалаһы ветеранына быйыл 103 йәш тулды һәм әле ҡыҙы Елена менән йәшәй.

-2