Республикала “Йәштәр һәм балалар” милли проекты (национальный проект “Молодежь и дети”) ярҙамында педагогик звеноның һанлы компетенцияларын стратегик үҫтереү сиктәрендә урта синыф уҡытыусыларын һәм юғары уҡыу йорттары уҡытыусыларын белем биреү процесында яһалма интеллект ҡулланыу нигеҙҙәренә өйрәтеү буйынса пилот проекты старт алды. Был хаҡта республиканың Мәғариф министрлығынан хәбәр иттеләр. Уҡытыу “21-се Мәктәп. Башҡортостан” (21+Мәктәбе) Мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә кадрҙар әҙерләү системаһын үҫтереүҙең Автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы базаһында үткәрелде. – Уҡытыу программаһы тәүгә “Взлетай!” VIII мәктәп белеме биреү форумы сиктәрендә һыналды. Унда яһалма интеллектты практик ҡулланыуға арналған тематик майҙансыҡта 40 минут эсендә республиканың төрлө райондарынан 60-тан ашыу информатика уҡытыусыһы уҡытылды. Был юғары уҡыу йорттарының уҡытыусылар составына уҡытыу эшмәкәрлеген киңәйтергә һәм уҡыу ваҡытын 3,5 сәғәткә тиклем арттырырға мөмкинлек бирҙе, – тип аңлатма бирҙе