Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башкортостан 24

Иҡтисади Башҡортостан - 23.04.2026 Бөхтә, матур һәм төҙөк мөхит булдырыу мәсьәләһе

▶️ Яҙын тәбиғәттең яңырыуына иш итеп һәр кем йәшәгән урынын, йорт-ихатаһын, тирә-яғын төҙөкләндерергә, таҙалыҡта тоторға тырыша. Ауыл-ҡалаларҙың ҙур билмәләре лә даими иғтибар талап итә. Унда тәртип булдырыу, ә бигерәк тә яңыртыу өсөн ҙур сығымдар китә. Теге йә был урында сүп-сар таҙартылмаған, урам һеперелмәгән тип зарланғансы бөхтәлеккә үҙ өлөшөбөҙҙө лә индереү хәйерлерәк булыр ине. Был саҡырыуым алдағы шәмбе Бөтә Рәсәй буйынса үтәсәк дөйөм өмәгә ишара булһын. Был сараға Республика башлығы Радий Хәбиров әүҙем ҡушылырға, урындағы хакимиәттәргә һәм ойошмаларға өмәгә сығыусыларҙы кәрәкле эш ҡоралдары менән тәьмин итергә тигән бурыс ҡуйҙы. Ҡала-ауылдарыбыҙҙы төҙөкләндереү, парк, сквер, яр буйы биләмәләрен яңыртыуға килгәндә, уны алдан планлаштырып, финанс сығымдарҙы алдан хәстәрләп, йәмәғәтселек менән алдан килешеп башҡарыу мөһим. "Тормош өсөн инфраструктура" милли проектының "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" федераль проекты сиктәрендә киләһе йылда төҙөкләндереләсәк биләмәләрҙе һайлау ана

▶️ Яҙын тәбиғәттең яңырыуына иш итеп һәр кем йәшәгән урынын, йорт-ихатаһын, тирә-яғын төҙөкләндерергә, таҙалыҡта тоторға тырыша.

   Иҡтисади Башҡортостан - 23.04.2026 Бөхтә, матур һәм төҙөк мөхит булдырыу мәсьәләһе
Иҡтисади Башҡортостан - 23.04.2026 Бөхтә, матур һәм төҙөк мөхит булдырыу мәсьәләһе

Ауыл-ҡалаларҙың ҙур билмәләре лә даими иғтибар талап итә. Унда тәртип булдырыу, ә бигерәк тә яңыртыу өсөн ҙур сығымдар китә. Теге йә был урында сүп-сар таҙартылмаған, урам һеперелмәгән тип зарланғансы бөхтәлеккә үҙ өлөшөбөҙҙө лә индереү хәйерлерәк булыр ине.

Был саҡырыуым алдағы шәмбе Бөтә Рәсәй буйынса үтәсәк дөйөм өмәгә ишара булһын. Был сараға Республика башлығы Радий Хәбиров әүҙем ҡушылырға, урындағы хакимиәттәргә һәм ойошмаларға өмәгә сығыусыларҙы кәрәкле эш ҡоралдары менән тәьмин итергә тигән бурыс ҡуйҙы. Ҡала-ауылдарыбыҙҙы төҙөкләндереү, парк, сквер, яр буйы биләмәләрен яңыртыуға килгәндә, уны алдан планлаштырып, финанс сығымдарҙы алдан хәстәрләп, йәмәғәтселек менән алдан килешеп башҡарыу мөһим.

"Тормош өсөн инфраструктура" милли проектының "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" федераль проекты сиктәрендә киләһе йылда төҙөкләндереләсәк биләмәләрҙе һайлау ана шул системалы эштең бер өлөшө булып тора ла инде. Ошо көндәрҙә, дөрөҫөрәге, 21 апрелдә ил буйынса тауыш биреү башланды. Төбәк етәксеһе был сарала әүҙем ҡатнашырға тигән мөрәжәғәтен дә был аҙнала республика халҡына еткерҙе. Тирә-яғыбыҙҙың таҙа, бөхтә һәм матур, төҙөк булыуы күпме көс һәм сығымдар талап итеүе, үҙебеҙҙең ҡатнашлыҡ һәм яуаплылыҡ хаҡында алдағы ярты сәғәттә тәфсирләп һөйләшербеҙ.

Студиябыҙ ҡунағы — Өфө ҡалаһының Киров районы хакимиәте торлдаҡ-коммуналь хужалығы идаралығы етәксеһе Илгизәр Мөхәмәтйәнов.

▶️ Смотрите видео

--------------------------

Поделитесь Вашим мнением о событиях, происходящих в Уфе и Башкирии! Присоединяйтесь к нашему каналу Башкортостан 24 в Дзене!

Мы предлагаем Вам актуальные новостные сюжеты, а также свежие выпуски передач, производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».