Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Иң күп тауыш йыйған проекттар федераль финанслау аласаҡ

Төҙөкләндереү объекттары өсөн Бөтә Рәсәй онлайн-тауыш биреү башланды. Ул 2026 йылдың 12 июненә тиклем үтәсәк. Рәсәй халҡы 2027 йылда төҙөкләндереләсәк йәмәғәт биләмәләрен һайлап, ул майҙандарҙың дизайн-проекттарына йоғонто яһай ала. Шулай уҡ халыҡҡа аныҡ төҙөкләндереү проекттары өсөн тауыш биреү мөмкинлеге тыуҙырыла: япма, бәләкәй формалар, йәшелләндереү һәм яҡтыртыу. 246 объекттың береһе өсөн тауыш бирергә мөмкин. Иң күп тауыш йыйған 152 биләмә 2027 йылда төҙөкләндереләсәк. 14 йәштән өлкән Рәсәй граждандары үҙ тауышын бирә ала. Бының өсөн һылтанма буйынса үтергә кәрәк: https://pos.gosuslugi.ru/lkp/fkgs/home/ Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин әйтеүенсә, йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү ауылдарҙың йөҙөн үҙгәртә һәм кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшырта. – Был эш һөҙөмтәһендә төбәктәрҙә яңы йәлеп итеү нөктәләре булдырыла, был шулай уҡ бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә, яңы эш урындары булдырыуға, эске туризмды үҫтереүгә этәргес бирә. Уңайлы ҡала мөхитен үҙгәртеү һәм форм
Оглавление
    Иң күп тауыш йыйған проекттар федераль финанслау аласаҡ
Иң күп тауыш йыйған проекттар федераль финанслау аласаҡ

Иң күп тауыш йыйған проекттар федераль финанслау аласаҡ

Төҙөкләндереү объекттары өсөн Бөтә Рәсәй онлайн-тауыш биреү башланды.

Төҙөкләндереү объекттары өсөн Бөтә Рәсәй онлайн-тауыш биреү башланды. Ул 2026 йылдың 12 июненә тиклем үтәсәк.

Рәсәй халҡы 2027 йылда төҙөкләндереләсәк йәмәғәт биләмәләрен һайлап, ул майҙандарҙың дизайн-проекттарына йоғонто яһай ала. Шулай уҡ халыҡҡа аныҡ төҙөкләндереү проекттары өсөн тауыш биреү мөмкинлеге тыуҙырыла: япма, бәләкәй формалар, йәшелләндереү һәм яҡтыртыу.

246 объекттың береһе өсөн тауыш бирергә мөмкин. Иң күп тауыш йыйған 152 биләмә 2027 йылда төҙөкләндереләсәк.

14 йәштән өлкән Рәсәй граждандары үҙ тауышын бирә ала. Бының өсөн һылтанма буйынса үтергә кәрәк: https://pos.gosuslugi.ru/lkp/fkgs/home/

Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин әйтеүенсә, йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү ауылдарҙың йөҙөн үҙгәртә һәм кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшырта.

– Был эш һөҙөмтәһендә төбәктәрҙә яңы йәлеп итеү нөктәләре булдырыла, был шулай уҡ бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә, яңы эш урындары булдырыуға, эске туризмды үҫтереүгә этәргес бирә. Уңайлы ҡала мөхитен үҙгәртеү һәм формалаштырыу инициаторҙары булып халыҡ үҙе тора, – тип өҫтәне ул.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров тәҡдимдәрҙең республиканың һәр муниципалитетында ойошторолоуын билдәләне.

– Иң күп тауыш йыйған проекттар федераль финанслау аласаҡ. Мәҫәлән, үҙ ваҡытында уны Өфөләге Ленин исемендәге парк алды –беҙҙең флагман проекттарҙың береһе. Унда икенсе йыл төҙөкләндереү эштәре алып барабыҙ, көҙөн эштәрҙе тамамларға ниәтләйбеҙ, – тип белдерҙе республика Башлығы.

Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова белдереүенсә, йыл һайын “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты ярҙамында республика ҡалаларында һәм ауылдарында яңы йәлеп итеү нөктәләре барлыҡҡа килә: заманса яр буйы, уңайлы скверҙар һәм парктар.

– Йылдан-йыл ҡалаларыбыҙҙың һәм ауылдарыбыҙҙың үҙгәреүен күрәм. Республика халҡы ла был үҙгәрештәргә үҙ өлөшөн индерә. Быйыл да ситтә ҡалмаясаҡбыҙ: тауыш бирәбеҙ, дуҫтар, – тине ул.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы (архивтан).