Беҙҙе күптәр “татыу, өлгөлө ғаилә” тип белә. Әммә кеше күңеле – ҡара урман, тиҙәр бит... Һәр ғаилә – айырым бер дәүләт, уның шатлыҡтары ла, хәсрәттәре лә етерлек булалыр. Бына әлеге мәлдә мин дә шаңҡыуҙан нимә эшләргә, артабан нисек йәшәргә белмәй ҡаңғырам. Барыһын да баштан һөйләйем әле. ...Күршеләребеҙ Рәсилә һәм Нәғимйән менән ныҡ татыу булып, ҡатышып йәшәнек. Өмәләр, һуғым аштары һәр саҡ бергә булды, балалар бергә үҫте. Нисәмә йылдар аралашып, шулай матур ғына йәшәп ятҡанда Нәғимйән күрше мәрхүм булып ҡалды. Рәсиләнең ҡайғылы сағын нисек тә еңелләйтергә тырыштыҡ, хәл белешеү, сәйгә йөрөшөүҙе әйтеп тә тормайым. Уның да балалары ҡырҙа, яңғыҙлыҡты артыҡ тоймаһын тип, әйтһә лә, әйтмәһә лә барлыҡ эшен эшләштек. Ауыл ерендә ир ҡулы теймәһә, донъяң шауҙырап бара: йә ул ере ватыла, йә был ере емерелә тигәндәй. “Ҡоҙоҡ боҙолдо, Мансур ҡарамаҫмы икән?”, “Баҡсаның бағанаһы ауып, мал ингән, Мансур төҙәтеп ҡуя алмаҫмы?” тип ингән һайын, өйҙә ҡырылмаһа ҡырҡ эш ярылып ятһа ла, иремде “Бар ҙа бар”