Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Өҫтәмә ярҙам сараһы булдырылды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам сараларын киңәйтеү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Бойороҡҡа ярашлы, шифахана-курорттарҙа дауаланыу хоҡуғы киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең билдәле бер категорияларына – республиканың хәрби журналистика ветерандарына бирелә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йылда Башҡортостанда республика етәксеһе башланғысы менән илдә тәүге хәрби хәбәрселәр тураһында закон әҙерләнде һәм ҡабул ителде. Ул хәрби журналист, хәрби журналистика ветераны статусын, шулай уҡ дәүләт ярҙамы сараларын билдәләй. Фото: Азат Саҙрыевтың шәхси архивынан.
Оглавление
    Өҫтәмә ярҙам сараһы булдырылды
Өҫтәмә ярҙам сараһы булдырылды

Өҫтәмә ярҙам сараһы булдырылды

Башҡортостандан ветеран-хәрби хәбәрселәр шифахана-курорттарҙа дауалана ала.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам сараларын киңәйтеү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Бойороҡҡа ярашлы, шифахана-курорттарҙа дауаланыу хоҡуғы киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең билдәле бер категорияларына – республиканың хәрби журналистика ветерандарына бирелә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йылда Башҡортостанда республика етәксеһе башланғысы менән илдә тәүге хәрби хәбәрселәр тураһында закон әҙерләнде һәм ҡабул ителде. Ул хәрби журналист, хәрби журналистика ветераны статусын, шулай уҡ дәүләт ярҙамы сараларын билдәләй.

Фото: Азат Саҙрыевтың шәхси архивынан.