2026 йылдың 17 апрелендә бөтә донъяла йыл һайын үткәрелә торған «Халыҡ-ара башҡорт теленән диктант» акцияһы үтәсәк. Сарала тел һөйөүселәр, уҡыусылар, уҡытыусылар һәм башҡорт мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың барыһы ла – майҙансыҡтарҙа ла, онлайн-форматта ла ҡатнаша ала. Акция Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма тарафынан Башҡортостан Республикаһының мәғариф министрлығы, мәҙәниәт министрлығы, йәштәр сәйәсәте министрлығы, Өфө фән һәм технологиялар университеты, Аҡмулла университеты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, шулай уҡ төбәк милли-мәҙәни берекмәләре ярҙамында үткәрелә. 2026 йылда диктант текстары өс мөһим темаға бағышлана: Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы, Башҡортостан Республикаһында ҙур һәм татыу ғаилә йылы һәм башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Ғәли Соҡоройҙың тыуыуына 200 йыллығы. Акция төрлө форматта үтәсәк. Майҙансыҡтар мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында, китапханаларҙа, мәҙәниәт йорттарында, шулай уҡ республиканың башҡа төбәктәрҙәге һәм