“Арағыҙҙы боҙаһың килһә, кешегә аҡса биреп тор” тигән һүҙ халыҡ араһына юҡтан килеп кермәгән. Таныш ҡатындың үҙе менән булған бер ваҡиғаһы ла ошо турала һөйләй. – Апайым менән ғаиләлә ике генә бөртөк үҫтек. Һәр ваҡыт үҙ-ара мөнәсәбәттәр яҡшы булды, ләкин аҡса менән бәйле бер ваҡиға беҙҙе дошманға әйләндерҙе. Апайым менән еҙнәм электән хәлле йәшәне. Еҙнәм Себерҙә эшләгәс, аҡсаны гел мул тотондолар. Ҡала үҙәгендә ҙур йорттары бар, машиналары ла текә. Беҙ ирем менән ябай эшселәр: мин балалар баҡсаһында тәрбиәсе, ирем ябай водитель булғас, аҡсаны иҫәпләп кенә тотонабыҙ. Фатирыбыҙ ҙа ипотекала. Яҡшыраҡ машина алайыҡ, тип тырышып аҡса йыйған ваҡыт ине. Арыу ғына сумманы туплап та өлгөрҙөк. Тап шул ваҡыт апайым өлкән улына ҡаланан фатир алам тип минән аҡса һорап торҙо. “Еҙнәң тиҙҙән отпускыға ҡайта, аҡсаһы күп буласаҡ. Беҙҙең өсөн был сумма күп түгел”, - тип ышандырғас, был хаҡта иремә лә әйтеп торманым. Үкенескә ҡаршы, был аҡсаны мин башҡаса күрмәнем. Апайым ҡапыл ауырып, дауаханаға опе