Сөгөлдөрҙө “сәғәттәр буйы” бешерергә кәрәк, ваҡыт та әрәм була, өй еҫтәргә лә тула. Тормошто еңеләйтергә мөмкин: сөгөлдөрҙө 15 минут эсендә әҙерлеккә еткерергә мөмкинлек биргән хәйлә бар. Тәүҙә тамыраҙыҡты яҡшы итеп йыуырға кәрәк, тиреһенең иң өҫкө ҡатламын губка ярҙамында алып ташлағыҙ. Сөгөлдөрҙө тиҙ-тиҙ итеп ышҡығыҙ, был һуты эсендә ҡалһын өсөн кәрәк. Ҡойроғон ҡырҡмағыҙ. Әгәр магазинда сөгөлдөр һатып алһағыҙ, уртаса ҙурлыҡтағыһын һайлағыҙ. Улар тәмлерәк һәм тиҙерәк әҙерләнә. Сөгөлдөрҙө тиҙ әҙерләү ысулы: сөгөлдөрҙө ҡайнар һыуға һалабыҙ; көслө утта ҡапҡасыһыҙ бешерәбеҙ; ҡайнағандан һуң ике минут үткәс, һыуға икмәк ҡатыһы өҫтәйбеҙ – был сөгөлдөр еҫенең таралыуын булдырмаясаҡ; 15 минут көслө утта бешерәбеҙ һәм кәстрүлде плитанан алабыҙ; эҫе һыуҙы түгәбеҙ, һәм сөгөлдөр бешкән һауытҡа 15 минутҡа боҙло һыу ҡойоп ҡуябыҙ. Әҙер! Бер аҙҙан сөгөлдөрҙө ғәҙәти ысул менән тиреһенән таҙартабыҙ. Эш шунда: киҫкен һыуыҡ эҫелекте сөгөлдөрҙөң эсенә ҡыуып индерә, шуға күрә ул әҙерлеккә бер ниндәй ҙә беш