Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

“Ҡанатлан” форумы мәғарифтың үҫеш йүнәлештәрен билдәләй

Бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында VIII “Ҡанатлан” республика мәғариф форумы үтте. Ул быйыл һигеҙенсе тапҡыр үҙғарылды. Эҙмә-эҙлекле эш үҙ емештәрен бирә “Ҡанатлан” форумында республиканың педагогик йәмәғәтселеге өсөн мөһим, уларҙың эшмәкәрлегенә өр-яңы үҙгәрештәр индергән ҡарарҙар ҡабул ителә. Быйылғы йыйын белем биреүҙе һанлы үҙгәртеп ҡороу, яһалма зиһен мөмкинлектәрен киңерәк ҡулланыу, информатика фәнен уҡытыуға иғтибарҙы арттырыу кеүек темаларҙы алғы планға ҡуйҙы. Ошо маҡсаттарға ярашлы, форумдан бер көн алда төбәк информатика уҡытыусыларының I съезы үтте. Ул предметты уҡытыуҙың 40 йыллығына ла арналды. Төбәк Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, был фән төп предметтарҙың береһенә әүерелә, шуға күрә уға күберәк иғтибар бүлергә кәрәк. Айырым һөҙөмтә булып уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән яңы программа әҙерләү тураһында ҡарар тора. Республикала мәғлүмәт, ойоштороу, техник һәм матди саралар комплексы уйланыласаҡ. – Һигеҙенсе форум үткәрелгән көндә тәүге йыйынды иҫк
Оглавление
    “Ҡанатлан” форумы мәғарифтың үҫеш йүнәлештәрен билдәләй
“Ҡанатлан” форумы мәғарифтың үҫеш йүнәлештәрен билдәләй

“Ҡанатлан” форумы мәғарифтың үҫеш йүнәлештәрен билдәләй

Быйылғы йыйын белем биреүҙе һанлы үҙгәртеп ҡороу, яһалма зиһен мөмкинлектәрен киңерәк ҡулланыу, информатика фәнен уҡытыуға иғтибарҙы арттырыу кеүек темаларҙы алғы планға ҡуйҙы.

Бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында VIII “Ҡанатлан” республика мәғариф форумы үтте. Ул быйыл һигеҙенсе тапҡыр үҙғарылды.

Эҙмә-эҙлекле эш үҙ емештәрен бирә

“Ҡанатлан” форумында республиканың педагогик йәмәғәтселеге өсөн мөһим, уларҙың эшмәкәрлегенә өр-яңы үҙгәрештәр индергән ҡарарҙар ҡабул ителә. Быйылғы йыйын белем биреүҙе һанлы үҙгәртеп ҡороу, яһалма зиһен мөмкинлектәрен киңерәк ҡулланыу, информатика фәнен уҡытыуға иғтибарҙы арттырыу кеүек темаларҙы алғы планға ҡуйҙы. Ошо маҡсаттарға ярашлы, форумдан бер көн алда төбәк информатика уҡытыусыларының I съезы үтте. Ул предметты уҡытыуҙың 40 йыллығына ла арналды. Төбәк Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, был фән төп предметтарҙың береһенә әүерелә, шуға күрә уға күберәк иғтибар бүлергә кәрәк. Айырым һөҙөмтә булып уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән яңы программа әҙерләү тураһында ҡарар тора. Республикала мәғлүмәт, ойоштороу, техник һәм матди саралар комплексы уйланыласаҡ.

– Һигеҙенсе форум үткәрелгән көндә тәүге йыйынды иҫкә алам. Ул мәғариф системаһы өсөн айырым әһәмиәткә эйә ваҡиға булғайны, сөнки тап шул ваҡытта биш көнлөк уҡытыуға күсеү, “Ҡанатлан” модулен тормошҡа ашырыу, мәктәптәрҙә стоматология кабинеттары булдырыу тураһында ҡарарҙар ҡабул ителгәйне. Улар барыһы ла беҙҙең мәғариф тармағын яҡшыртыуға булышлыҡ итте, – тип һөйләне БР мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин.

Ысынлап та, форум ҡарарҙарын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә республиканың бөтә мәктәптәре биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күсерелде, берҙәм мәктәп формаһы индерелде, “Сәләмәт йылмайыу” модуленә ярашлы 255 стоматология кабинеты асылды, шулай уҡ 12 полилингваль мәктәптән торған тотош селтәр булдырылды.

Быйылғы форум да тантаналы өлөш менән генә сикләнмәне. Тәү сиратта, ҡатнашыусылар белем биреү учреждениеларының хәүефһеҙлеге мәсьәләләрен тикшерҙе.

Пленар ултырышта сығыш яһап, Радий Хәбиров мәғариф өлкәһендә эҙмә-эҙлекле һәм системалы эшләү үҙ емештәрен бирә тип билдәләне. Башҡортостан уҡыусылары Берҙәм дәүләт имтиханын уңышлы тапшыра, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара олимпиадаларҙа еңеүҙәр яулай, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Башлығы. “Республика танылған төбәккә әүерелә, бығаса иң көслөләрҙән һаналған Мәскәү, Мәскәү өлкәһе, Санкт-Петербургтың етди конкуренты була бара. Был тәбиғи. Тап эҙмә-эҙлекле һәм системалы эш лайыҡлы һөҙөмтәләргә килтерә тип ышанам”, – тине сығышында төбәк Башлығы.

Форум барышында төрлө дискуссия майҙансыҡтары эшләне. Мәҫәлән, “Мөһим төшөнсәләр хаҡында һөйләшеү: тәрбиәгә ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләр” майҙансығында белем биреү усаҡтарында хәүефһеҙлек сараларын һәм террорға ҡаршы тороу буйынса иҫкәртеү эштәрен көсәйтеү тураһында һүҙ барҙы. Мәктәптәрҙә масштаблы тикшереүҙәр үткәрелә. 1 664 ойошма, 50 меңдән ашыу хеҙмәткәр һәм 430 мең уҡыусы ҡатнашлығында террорға ҡаршы күнекмәләр үткәрелгән. Видеокүҙәтеү һәм инеү контроле системалары яңыртыла, хәүефһеҙлек сараларын финанслау 21,3 миллион һумға тиклем арттырыла.

Бөгөн Башҡортостанда һанлы технологияларға өйрәтеүҙең заманса системаһы булдырыла. БПЛА буйынса 20 махсуслаштырылған класс асылған, унда 3 меңгә яҡын уҡыусы пилотһыҙ аппараттарҙы программаларға һәм идара итергә өйрәнә.

Һөнәрҙең абруйын нисек арттырырға?

“Уҡытыусы: һөнәрҙең абруйын нисек арттырырға?” тигән майҙансыҡта ла һөйләшеү йәнле аралашыуға, асыҡтан-асыҡ фекер алышыуға ҡоролдо, хатта бәхәсле мәлдәр ҙә булып алды. Бында спикерҙар булып БР мәғариф министры урынбаҫары Светлана Антипина, Башҡортостан Башлығы советнигы Альбина Ҡасимханова, Республика мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе Елена Хаффазова, “Башинформ” агентлығының баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдинов сығыш яһаны. Һөйләшеүҙә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, профсоюз ойошмалары лидерҙары, республиканың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары журналистары, йәш педагогтар ҡатнашты. Һорауҙар ҙа, тәҡдимдәр ҙә күп һәм төрлө яҡлы булды. Мәҫәлән, эш хаҡын арттырмайынса, уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреп буламы? Заман уҡытыусыһы ниндәй яҡлауға мохтаж, төрлө сетерекле хәлдәрҙә, әйтәйек, ауыр холоҡло үҫмер агрессия күрһәткән осраҡта, уны кем яҡларға тейеш? Ата-әсәләр менән нисек мөнәсәбәт ҡорорға, сиктәрҙе дөрөҫ билдәләргә? Журналистика һәм мәғариф өлкәләре вәкилдәре уҡытыусы һөнәренең абруйын арттырыуға булышлыҡ иткән уртаҡ проекттар булдырыу тураһында килеште. Республика парламенты вәкилдәренә педагогтарҙы яҡлауға булышлыҡ итәсәк законлы нигеҙ булдырыу зарурлығы еткерелде.

Пленар ултырышта Радий Хәбиров педагогтарҙың эшенең әһәмиәтен тағы бер тапҡыр һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм улар өсөн бөтә шарттар булдырылырға тейеш, тип билдәләне. Мәҫәлән, үрҙә әйтелгән дискуссия майҙансығында бөгөн күп мәктәптәрҙә уҡытыусылар бүлмәһе булмауы тураһында мәсьәлә күтәрелде. Республика етәкселеге ошо һәм башҡа һорауҙарҙы иғтибар үҙәгенә алып, мотлаҡ ғәмәлгә ашырасаҡтары тураһында белдерҙе. Шулай уҡ Радий Хәбиров республика мәғарифында намыҫлы хеҙмәт өлгөһө күрһәткән педагогтарға дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Автор һәм glavarb.ru сайтынан алынған фотолар.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!