Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Яугир-ветеран яуҙаштарына ярҙам итә

“Башҡортостан геройҙары” программаһы финалында ҡатнашҡан Рәмил Мостафин – махсус хәрби операция ветераны. Ҡаһарман йөрәкле ир-егет Бүздәк районында тыуып үҫкән. Үҙ ваҡытында, әрме сафында ашығыс хеҙмәтте үткәс, Ватан һағында тороуҙы һөнәре итеп һайлаған ул. Бер интервьюһында үҙе менән таныштырғанда, ул төрлө ғәскәрҙә хеҙмәт итеүе тураһында һөйләй. Ер өҫтө ғәскәрҙәрендә, радиоэлектрон разведка отрядында була, унан – моряк, Төньяҡ флотта һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итә, офицер. МХО башланғас, һис икеләнмәй унда барырға ҡарар итә. Бахмут янында ул ҡаты яралана, аяғын юғалта. Иңенә төшкән ауыр һынау ысын ир-атты һындырмай, ә тағы ла көслөрәк итә. Хәҙер Рәмил Вадим улы реабилитация үтә, башҡа хәрбиҙәргә протездар алыуҙа ярҙамлаша. Социаль селтәрҙә нисек тыныс тормошҡа ҡайтыу тураһында күп яҙа. МХО ҡаһарманы тураһында бер факт күпте һөйләй. Былтыр йыл аҙағында Рәмил Мостафин Мәскәү өлкәһе губернаторының “Мы рядом. Доброе дело” премияһы лауреаты була һәм награданы – бер миллион һум аҡсаны – тул
Оглавление
    Яугир-ветеран яуҙаштарына ярҙам итә
Яугир-ветеран яуҙаштарына ярҙам итә

Яугир-ветеран яуҙаштарына ярҙам итә

“Башҡортостан геройҙары” программаһы финалында ҡатнашҡан Рәмил Мостафин еңеү яулап алған бер миллион һум премияһын МХО-лағы яуҙаштарына йүнәлткән.

“Башҡортостан геройҙары” программаһы финалында ҡатнашҡан Рәмил Мостафин – махсус хәрби операция ветераны. Ҡаһарман йөрәкле ир-егет Бүздәк районында тыуып үҫкән. Үҙ ваҡытында, әрме сафында ашығыс хеҙмәтте үткәс, Ватан һағында тороуҙы һөнәре итеп һайлаған ул.

Бер интервьюһында үҙе менән таныштырғанда, ул төрлө ғәскәрҙә хеҙмәт итеүе тураһында һөйләй. Ер өҫтө ғәскәрҙәрендә, радиоэлектрон разведка отрядында була, унан – моряк, Төньяҡ флотта һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итә, офицер. МХО башланғас, һис икеләнмәй унда барырға ҡарар итә. Бахмут янында ул ҡаты яралана, аяғын юғалта. Иңенә төшкән ауыр һынау ысын ир-атты һындырмай, ә тағы ла көслөрәк итә.

Хәҙер Рәмил Вадим улы реабилитация үтә, башҡа хәрбиҙәргә протездар алыуҙа ярҙамлаша. Социаль селтәрҙә нисек тыныс тормошҡа ҡайтыу тураһында күп яҙа.

МХО ҡаһарманы тураһында бер факт күпте һөйләй. Былтыр йыл аҙағында Рәмил Мостафин Мәскәү өлкәһе губернаторының “Мы рядом. Доброе дело” премияһы лауреаты була һәм награданы – бер миллион һум аҡсаны – тулыһынса МХО ихтыяждарына йүнәлтә. Махсус хәрби операция ветеранының инанысы ошондай: ир-егеттәребеҙ алғы һыҙыҡта илде һаҡлағанда, ситтә ҡалырға ярамай. Еңеүҙе яҡынайтыр өсөн, тылдағыларға барыһын да эшләргә кәрәк.

Фото: www.bashkortostan.ru/presscenter/news/747972/