"Миңә ярлыҡау булырмы?.."
Кәңәшләшерлек бер кешем дә юҡ. Дуҫ ҡыҙҙарым бар, әммә был серемде уларға ла һөйләй алмайым. Ҡәйнәм барыһын да һиҙенә кеүек. Яратҡан кешемде юғалтмаҫ өсөн нимә эшләргә?..
Миңә 27 йәш, ете йыл элек кейәүгә сыҡтым. Ирем Данис (исеме үҙгәртелде) бик яҡшы, төплө кеше, мине ярата, мин дә уны бик яратам, хөрмәт итәм.
Данис менән осраҡлы ғына, банкта таныштыҡ. Мин ул ваҡытта университетҡа уҡырға кергәйнем генә. Йәп-йәш, бер ҡатлы ҡыҙ бала инем. Данис минән дүрт йәшкә олораҡ, ул ваҡытта эшләй ине инде. Ул көндө банктан сыҡтым, ә Данис мине урамда көтөп тора ине. Ул миңә банкоматтан аҡса алырға сиратта баҫып торғанда уҡ иғтибар иткән булған икән. «Матур ҡыҙ, һеҙҙең менән танышырға буламы? Минең исемем Данис, мин һеҙҙе машинамда алып барып ҡуя алам», – тине.
Шулай итеп беҙ танышып киттек һәм аралаша башланыҡ. Миңә гел сәскәләр, бүләктәр бирҙе, концерт-спектаклдәргә, киноға, кафеларға йөрөнөк. Күп тә үтмәй, Данис мине ата-әсәһе менән таныштырҙы. Шулай итеп үҙенең ниәттәренең етди булыуын күрһәтте ул. Танышыу бик яҡшы уҙҙы тип әйтә алмайым. Ни эшләптер уның әсәһенә оҡшаманым мин.
Данистың ата-әсәһе – шаҡтай етеш тормошло кешеләр, атаһы етәксе урында эшләй, әсәһе – табип. Фатирҙары иркен, ҙур, машиналары, дачалары бар. Һөйгәнемдең әсәһе бындай килен тураһында хыялланғандыр тип уйламайым, мин бит ябай бер ауылдан, күп балалы ғаиләнән. Әммә, Данистың миңә ысынлап ғашиҡ икәнен һәм ниәтенең етди булыуын аңлағас, килеште, ахыры.
Күп тә үтмәй, Данис миңә тәҡдим яһаны. Беренсе дүрт йылда беҙ ҡәйнәмдәр менән бергә йәшәнек, беҙгә иң ҙур бүлмәне бирҙеләр. Миңә бик уңайлы булды тип әйтә алмайым, әммә мин көнө буйы уҡыуҙа, ә шунан һуң дуҫ ҡыҙҙарым янына йөрөнөм. Шуға күрә, Данис ҡайтҡан ваҡытҡа тура килтереп, кискә генә ҡайта инем. Сөнки ҡәйнәм көндөҙ өйҙә лә була ине, ул табип булып эшләй, графигы төрлөсә. Уның менән икәү генә ҡалғанда ниңәлер шөрләй инем. Ул миңә йыш ҡына киҫәтеү яһай, өйҙә нимәнелер дөрөҫ эшләмәүем өсөн тәнҡитләргә мөмкин.
Ҡәйнәм – шаҡтай ҡырыҫ, талапсан, артыҡ таҙалыҡ яратҡан ҡатын-ҡыҙ, бер һүҙ менән әйткәндә, ысын табип. Мин иҙәндәрҙе лә дөрөҫ йыумайым, бысраҡты һылап ҡына ҡуям, ашарға ла дөрөҫ бешермәйем булып сыҡты. Ҡыҫҡаһы, миңә бәйләнергә сәбәп гел табып ҡына торҙо.
Ҡәйнәм менән мөнәсәбәттәребеҙ түҙә алмаҫлыҡ булды тимәйем, һәйбәт ҡатын-ҡыҙ ул үҙе, тик аҡыл өйрәтергә ярата. Мин университетты тамамлағас, Данис үҙебеҙгә фатир һатып алырға булды. Күпмелер өлөшөн ҡәйным менән ҡәйнәм түләргә ярҙам итте, бының өсөн мин уларға бик рәхмәтле.
Хәҙер үҙебеҙҙең ике бүлмәле фатирыбыҙ бар, яҡшы ремонт яһаныҡ, кәрәкле барлыҡ әйберҙе алдыҡ. Һөйөнөп йәшә генә. Тик тормошобоҙҙа бер проблема бар шул. Мин бер нисек тә балаға уҙа алмайым. Беренсе өс йылда беҙ артыҡ хафаланманыҡ, әле ваҡыты түгелдер, тип уйланыҡ. Әммә һуңынан үҙем дә уйлана башланым, атай-әсәйҙәр ҙә, туғандар ҙа бала тураһында һораштыра башланы.
Шул ваҡытта мин иремә табиптарға барырға, тикшеренергә тәҡдим иттем, тик ул ҡырт киҫеп баш тартты. Ул үҙен тулыһынса һау-сәләмәт һәм табибтарга йөрөргә кәрәкмәй тигән фекерҙә. Мин үҙем тулыһынса тикшеренеп сыҡтым, һәм бер нимә лә тапманылар, мин балаға уҙып, бала күтәрә алам. Табиптар, проблема иреңдә булырға мөмкин, тип һанай, уға ла тикшеренеү уҙырға кәрәк, тиҙәр. Данисты тикшеренеү уҙырға нисек кенә күндерергә тырышып ҡараманым, тик ул был хаҡта ишетергә лә теләмәне. Мин хәҙер проблеманың унда икәненә үҙем дә 100 процент ышанам инде.
Уҙған Яңы йылды ҡаршылағанда, Данис бер аҙ һалып алды, шунда минем балаға уҙыуымды көтөп арығанын әйтте. «Тағы бер аҙ көтөп ҡарайым да, булмаһа, айырылышырға тура киләсәк», – тине. Ул ваҡытта мин төнө буйы илап сыҡтым, сөнки ирем бөтә ғәйеп миндә тип һанай. Яратҡан иремде юғалтаһым килмәй, шуға күрә бик ҡурҡыныс аҙымға барырға булдым. Университетта уҡығанда, курсташым Самат мине бик оҡшатып йөрөгән ине. Уның миңә мөхәббәт аңлатҡаны ла булды, дөрөҫ, был хәлдәр беренсе курста уҡ булған ине. Ул ваҡытта мин әле Данис менән таныш та түгел инем. Самат менән бер етди нимә лә булманы, ул миңә әллә ни оҡшамай ине.
Һәм бына бер нисә ай элек мин үҙем Саматҡа шылтыраттым, осрашырға тәҡдим иттем. Был ваҡытта апайымдың фатиры буш, үҙе командировкала ине. Ҡыҫҡаһы, беҙ Самат менән апайымдың фатирында ике аҙна самаһы осраштыҡ. Эйе, мин, балаға уҙыр өсөн, иремә махсус рәүештә, аңлап, Самат менән хыянат иттем. Һәм барып сыҡты.
Иремдең нисек бәхетле икәнен белһәгеҙ ине... Әлбиттә, ул, ниһайәт, беҙҙең тырышыу барып сыҡты, тип уйлай. Ул мине ҡулында ғына йөрөтә. Беҙҙе барыһы ла ҡотлай, тик ҡәйнәм генә был яңылыҡты бик сәйер ҡабул итте. Уның менән осрашҡанда, ул миңә шундай итеп ҡарай, әйтерһең, ул барыһын да белә, һиҙенә. Ҡайһы ваҡыт үҙем дә ҡурҡып ҡуям хатта. Тыуасаҡ баланың Саматтан икәнен үҙем дә теүәл беләм, әммә мин ғаиләбеҙҙе, ирем менән мөхәббәтебеҙҙе шул рәүешле ҡотҡарырға, һаҡлап ҡалырға теләнем.
Мин Данисты бик яратам, уны юғалтыуҙан ҡурҡам, ғүмер буйы уның менән генә булғым килә. Әммә көндән-көн ауырыраҡ, шомлораҡ була бара. Мин дөрөҫ эшләнемме? Ҡасан да булһа дөрөҫлөк ҡалҡып сыҡһа, миңә кисереү һәм ярлыҡау буласаҡмы? Ә, бәлки, дөрөҫөн һөйләргә әле һуң түгелдер? Тик ул осраҡта Данис мине һис шикһеҙ ташлаясаҡ, ә мин унһыҙ йәшәй алмаясаҡмын. Минең хыянатым бәхетебеҙҙе һаҡлап ҡалыу хаҡына ине бит.
Әммә миңә нимә эшләргә? Дөрөҫлөктө йәшерергәме, әллә иремә барыһын да һөйләп бирергәме?