Туймазының “Ҡандракүл” тәбиғәт паркында экологик туризмдың популярлығы арта. Былтыр “Аҡҡош ҡултығы” экоһуҡмағына 880 кеше килә. Был маршрут әүҙем ял итеүҙе, белем биреү компонентын һәм төбәктең уникаль тәбиғәтенә һаҡсыл ҡарашты уңышлы берләштерә. Экоһуҡмаҡты төҙөкләндереү һәм үҫтереү буйынса сара “Экологик именлек” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) сиктәрендә тормошҡа ашырылды, тип хәбәр иттеләр республиканың экология министрлығынан. Һуҡмаҡтың төп өҫтөнлөгө – уның уңайлылығы. 1,3 километр оҙонлоҡтағы маршрутта интерактив майҙансыҡтар булдырылған, унда теләгән һәр кем тыуған яҡтың тәбиғәте тураһында файҙалы мәғлүмәт ала ала. Белем алыу маршруты балаларға ла, өлкәндәргә лә ҡыҙыҡлы, был уны ғаилә ялы өсөн идеаль вариант итә. Ғәҙәти йөрөү зоналарынан айырмалы рәүештә, “Аҡҡош ҡултығы” ҡунаҡтарға структуралы белем биреү тәжрибәһе тәҡдим итә. Экоһуҡмаҡ биш тематик станциянан тора. Маршрут буйлап килеүселәр Ҡыҙыл китапҡа индерелгән ысын ҡырмыҫҡа иләүен һәм үҫемл