Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Информатика уҡытыусыларының съезы үтте

9 апрелдә, VIII “Ҡанатлан!” мәктәп мәғарифы форумына ярашлы төбәк информатика уҡытыусыларының I съезы үтте. Ул ошо предметты уҡытыуҙың 40 йыллығына ла арналды. Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы һәм «Яндекс дәреслек» мәғариф платформаһы ойошторған сараға төрлө төбәктәрҙән 550 информатика уҡытыусыһы йыйылды. "Белем биреүҙең тиҙләтелгән һанлы трансформацияһы шарттарында информатика мәктәп программаһында төп урындарҙың береһен биләй. Беҙҙең бурыс – үҫеп килгән быуында тотороҡло һанлы грамоталылыҡ һәм киләсәктә уларҙың уңышын билдәләйәсәк технологиялар менән эшләү буйынса практик күнекмәләр булдырыу. Информатика уҡытыусылары нигеҙ һала: улар балаларҙы һанлы донъя менән аңлы рәүештә һәм хәүефһеҙ аралашырға өйрәтә, алгоритмик фекерләүҙе үҫтерә һәм тиҙ үҫә барған ИТ-тармаҡ өсөн кадрҙар әҙерләй. Информатика уҡытыусылары съезы – профессиональ диалог һәм һөҙөмтәле методикалар индереү өсөн стратегик майҙансыҡ. Уның һөҙөмтәләре уҡытыусыларҙың һәм уларҙың уҡыусыларының потенциалын тормош
Оглавление
    Информатика уҡытыусыларының съезы үтте
Информатика уҡытыусыларының съезы үтте

Информатика уҡытыусыларының съезы үтте

VIII “Ҡанатлан!” мәктәп мәғарифы форумына ярашлы, төбәк информатика уҡытыусыларының I съезы үтте. Ул ошо предметты уҡытыуҙың 40 йыллығына ла арналды.

9 апрелдә, VIII “Ҡанатлан!” мәктәп мәғарифы форумына ярашлы төбәк информатика уҡытыусыларының I съезы үтте. Ул ошо предметты уҡытыуҙың 40 йыллығына ла арналды. Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы һәм «Яндекс дәреслек» мәғариф платформаһы ойошторған сараға төрлө төбәктәрҙән 550 информатика уҡытыусыһы йыйылды.

"Белем биреүҙең тиҙләтелгән һанлы трансформацияһы шарттарында информатика мәктәп программаһында төп урындарҙың береһен биләй. Беҙҙең бурыс – үҫеп килгән быуында тотороҡло һанлы грамоталылыҡ һәм киләсәктә уларҙың уңышын билдәләйәсәк технологиялар менән эшләү буйынса практик күнекмәләр булдырыу. Информатика уҡытыусылары нигеҙ һала: улар балаларҙы һанлы донъя менән аңлы рәүештә һәм хәүефһеҙ аралашырға өйрәтә, алгоритмик фекерләүҙе үҫтерә һәм тиҙ үҫә барған ИТ-тармаҡ өсөн кадрҙар әҙерләй.

Информатика уҡытыусылары съезы – профессиональ диалог һәм һөҙөмтәле методикалар индереү өсөн стратегик майҙансыҡ. Уның һөҙөмтәләре уҡытыусыларҙың һәм уларҙың уҡыусыларының потенциалын тормошҡа ашырыу өсөн мөмкинлектәрҙе киңәйтер, тип ышанам», – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин.

Съезда информатика уҡытыусылары киләсәктә ИТ-белем биреүҙең көнүҙәк мәсьәләләрен, яһалма зиһен (ИИ) индереүҙе, һөҙөмтәле педагогик методикаларҙы, дисциплана-ара һәм Берҙәм дәүләт имтиханының ҡатмарлы заданиеларын тикшерҙе. Сара мәктәп эскәмйәһенән ИТ-белгестәр әҙерләүҙә төп роль уйнаған педагогтарға туранан-тура ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Улар балаларҙа цифрлы белемдең нигеҙен һалырға ярҙам итә. Ҡатнашыусыларға яңы быуын уҡыусылары менән эшләүҙең иң яҡшы белем биреү практикаларына һәм заманса инструменттарына инеү мөмкинлеге бирелде.

Шулай уҡ съезда «Кадрҙар резервы» Яндекс-дәреслегенең һөнәри үҫеш программаһының төбәк рейтингы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте.

Фото: БР Мәғариф министрлығы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

-2