Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Бөрйән яңылыҡтары

Башҡортостанда дауыл сығыуы хаҡында иҫкәртәләр

Иртәгә, 10 апрелдә, республикала болотло һауа торошо, урыны менән көслө ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан, тиҙлеге секундына 17-22 метр. Төндә +3°+8°, төньяҡта -2°, көндөҙ +5 ° +10°. Юлдарҙа ямғырҙа күреү мөмкинлеге - 1-2 саҡрым. Шәмбе,11 апрелдә, урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Ел көнбайыштан, көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -2,+3°, көндөҙ +7,+12°, көньяҡта +17°-ҡа тиклем. Водителдәргә кәңәштәр: тиҙлекте кәметегеҙ, дистанция һаҡлағыҙ, гаджеттарға әүрәмәгеҙ. Ямғыр һәм томан ваҡытында киҫкен маневрҙарҙан һәм уҙып китеүҙәрҙән тыйылығыҙ. Иҫке ағастар һәм көсһөҙ конструкциялар аҫтында туҡталмағыҙ. Ҡайышығыҙҙы элегеҙ. Йәйәүлеләргә: төҙөлөп бөтмәгән биналарҙан, реклама щиттарынан һәм туҡталыштарҙан алыҫ тороғоҙ – ел уларҙы емереүе бар. Юлдарҙа иғтибарлы булығыҙ. Беҙҙе уҡығыҙ: 🇷🇺 МАХ  📱 ВК

Башҡортостанда дауыл сығыуы хаҡында иҫкәртәләр

Иртәгә, 10 апрелдә, республикала болотло һауа торошо, урыны менән көслө ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан, тиҙлеге секундына 17-22 метр. Төндә +3°+8°, төньяҡта -2°, көндөҙ +5 ° +10°. Юлдарҙа ямғырҙа күреү мөмкинлеге - 1-2 саҡрым.

Шәмбе,11 апрелдә, урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Ел көнбайыштан, көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә

-2,+3°, көндөҙ +7,+12°, көньяҡта +17°-ҡа тиклем.

Водителдәргә кәңәштәр: тиҙлекте кәметегеҙ, дистанция һаҡлағыҙ, гаджеттарға әүрәмәгеҙ. Ямғыр һәм томан ваҡытында киҫкен маневрҙарҙан һәм уҙып китеүҙәрҙән тыйылығыҙ. Иҫке ағастар һәм көсһөҙ конструкциялар аҫтында туҡталмағыҙ. Ҡайышығыҙҙы элегеҙ.

Йәйәүлеләргә: төҙөлөп бөтмәгән биналарҙан, реклама щиттарынан һәм туҡталыштарҙан алыҫ тороғоҙ – ел уларҙы емереүе бар. Юлдарҙа иғтибарлы булығыҙ.

Беҙҙе уҡығыҙ:

🇷🇺 МАХ  📱 ВК