Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Бөрйән яңылыҡтары

Радий Хәбиров Башҡортостан уҡыусыларының Бөтә Рәсәй олимпиадаларында яулаған ҙур уңыштары хаҡында һөйләне

Вологда өлкәһендә үткән экология буйынса олимпиаданың йомғаҡлау этабында Башҡортостан исеменән 8 бала сығыш яһаған. Өфөнән өс ҡыҙ: Рилана Кәримова (2-се «Смарт» полилингваль гимназияһы), Ғәлиә Авальбаева (106-сы «Содружество» лицейы) һәм София Салангина (93-сө физика-математика лицейы) призер булды. Былтыр София климат үҙгәреүе мәсьәләләренә һәм экология проблемаларына арналған халыҡ-ара олимпиаданың (IOCE) триумфаторы булған ине. Уҡыусыларыбыҙ Татарстанда йәмғиәтте өйрәнеү буйынса йомғаҡлау этабында ла бик шәп сығыш яһаны. Бында Рената Жданова (155-се лицей, Өфө), Мария Ворсина (7-се мәктәп, Өфө), Мария Калеева (3-сө гимназия, Өфө), Аделина Дәүләтбаева (3-сө гимназия, Өфө) һәм Эмилия Сәлимйәнова (6-сы мәктәп, Туймазы) призерҙар булды. -Йәмғиәтте өйрәнеү буйынса олимпиадаға уҡыусылар беҙҙең "Аврора" таланттарҙы үҫтереү үҙәгенең “Аврора.Үҫеш" проекты сиктәрендә әҙерләнде. Балалар менән УУНиТ Хоҡуҡ институтының гражданлыҡ хоҡуғы кафедраһы доценты Олеся Гимадрисламова етәкселегендәге трен

Радий Хәбиров Башҡортостан уҡыусыларының Бөтә Рәсәй олимпиадаларында яулаған ҙур уңыштары хаҡында һөйләне.

Вологда өлкәһендә үткән экология буйынса олимпиаданың йомғаҡлау этабында Башҡортостан исеменән 8 бала сығыш яһаған. Өфөнән өс ҡыҙ: Рилана Кәримова (2-се «Смарт» полилингваль гимназияһы), Ғәлиә Авальбаева (106-сы «Содружество» лицейы) һәм София Салангина (93-сө физика-математика лицейы) призер булды. Былтыр София климат үҙгәреүе мәсьәләләренә һәм экология проблемаларына арналған халыҡ-ара олимпиаданың (IOCE) триумфаторы булған ине.

Уҡыусыларыбыҙ Татарстанда йәмғиәтте өйрәнеү буйынса йомғаҡлау этабында ла бик шәп сығыш яһаны. Бында Рената Жданова (155-се лицей, Өфө), Мария Ворсина (7-се мәктәп, Өфө), Мария Калеева (3-сө гимназия, Өфө), Аделина Дәүләтбаева (3-сө гимназия, Өфө) һәм Эмилия Сәлимйәнова (6-сы мәктәп, Туймазы) призерҙар булды.

-Йәмғиәтте өйрәнеү буйынса олимпиадаға уҡыусылар беҙҙең "Аврора" таланттарҙы үҫтереү үҙәгенең “Аврора.Үҫеш" проекты сиктәрендә әҙерләнде. Балалар менән УУНиТ Хоҡуҡ институтының гражданлыҡ хоҡуғы кафедраһы доценты Олеся Гимадрисламова етәкселегендәге тренерҙар командаһы эшләне.

Һәләтле балалар менән системалы һәм бик мөһим эште мотлаҡ дауам итәсәкбеҙ. Бөтә республика буйынса йәш таланттарҙың яңы үрҙәргә өлгәшеү мөмкинлеге булыуы мөһим. Балаларыбыҙ менән ғорурланабыҙ! Барлыҡ ҡатнашыусыларҙы, уларҙың остаздарын, ата-әсәләрен ҡотлайым!,

- тип билдәләне Радий Хәбиров.

Беҙҙе уҡығыҙ:

🇷🇺 МАХ  📱 ВК

-2
-3