“Башҡортостан Республикаһының хеҙмәт династиялары” конкурсы “Кадрҙар” милли проекты (национальный проект “Кадры”) буйынса башланды. Был хаҡта төбәктең Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр. Ярыш ике этапта уҙғарыла һәм өс номинацияны үҙ эсенә ала: “Һөҙөмтәле эш өсөн”, “Быуындар күсәгилешлеге өсөн” һәм “Иң боронғо династия”. Һайлап алыу 18 эшмәкәрлек йүнәлеше буйынса үтә, улар араһында агросәнәғәт комплексы, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, сәнәғәт, мәҙәниәт, төҙөлөш, транспорт һәм башҡа төп тармаҡтар. Һайлап алыуҙы республика башҡарма органдары үткәрә. Башҡортостанда даими йәшәгән һәм эшләгән өс һәм унан күберәк кешенән торған ғаиләләр ҡатнаша ала. Династияның бер өлкәләге дөйөм хеҙмәт стажы 30 йылдан кәм булмаҫҡа тейеш. Ҡатнашыу өсөн тейешле тармаҡ министрлығына йәки ведомствоһына ғариза һәм документтар пакеты тапшырырға кәрәк. Конкурстың финал этабы 10 авгусҡа тиклем тамамлана. Еңеүселәр һәм призерҙар һайлап алыу этабы лидерҙары араһынан билдәләнәсәк. “Кадрҙар”