Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Бөрйән яңылыҡтары

❓Эшкә яраҡһыҙлыҡ ваҡыты отпускыға тап килһә нимә эшләргә — Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында

аңлаттылар. Хеҙмәткәр йыллыҡ түләүле отпускы ваҡытында ауырып китһә — эш биреүсе йә отпускыны оҙайтырға, йә ҡалған көндәрен башҡа ваҡытҡа (хеҙмәткәр үҙе һайлай) күсерергә бурыслы. Оҙайтыуҙы һайлағанда, барыһы ла автоматик рәүештә башҡарыла — отпуск эшкә яраҡһыҙлыҡ көндәре иҫәбенән сығып шылдырыла. Был осраҡта байрам көндәре иҫәпкә алынмай, ә ял көндәре — алына. Эшкә яраҡһыҙлыҡ танытмаһын дистанцион ябырға мөмкин, оҙайтыу тураһында бойороҡ мотлаҡ түгел. Әммә, аңлашылмаусанлыҡтар килеп сыҡмаһын өсөн, етәксегеҙҙе ауырыу тураһында иҫкәртеү хәйерле.  Отпуск көндәрен күсерер өсөн етәксе исеменә ғариза яҙырға кәрәк. Яңы даталарҙы һәм сәбәптәрҙе (ауырыуҙы) күрһәтеп, эшкә яраҡһыҙлыҡ танытмаһын беркетергә. Эш биреүсе ялды күсереү тураһында бойороҡ сығара, ә кадрҙар бүлеге отпускылар графигын үҙгәртә. Эшкә яраҡһыҙлыҡ ваҡытына тап килгән көндәрҙе генә күсерергә мөмкин.  Шуны ла иҫтә тотоу мөһим: йыллыҡ отпускының бер өлөшө булһа ла кәмендә 14 көн дауам итергә тейеш. Ҡағиҙәләр үҙгәргән айырым

❓Эшкә яраҡһыҙлыҡ ваҡыты отпускыға тап килһә нимә эшләргә — Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында аңлаттылар.

Хеҙмәткәр йыллыҡ түләүле отпускы ваҡытында ауырып китһә — эш биреүсе йә отпускыны оҙайтырға, йә ҡалған көндәрен башҡа ваҡытҡа (хеҙмәткәр үҙе һайлай) күсерергә бурыслы.

Оҙайтыуҙы һайлағанда, барыһы ла автоматик рәүештә башҡарыла — отпуск эшкә яраҡһыҙлыҡ көндәре иҫәбенән сығып шылдырыла. Был осраҡта байрам көндәре иҫәпкә алынмай, ә ял көндәре — алына. Эшкә яраҡһыҙлыҡ танытмаһын дистанцион ябырға мөмкин, оҙайтыу тураһында бойороҡ мотлаҡ түгел. Әммә, аңлашылмаусанлыҡтар килеп сыҡмаһын өсөн, етәксегеҙҙе ауырыу тураһында иҫкәртеү хәйерле. 

Отпуск көндәрен күсерер өсөн етәксе исеменә ғариза яҙырға кәрәк. Яңы даталарҙы һәм сәбәптәрҙе (ауырыуҙы) күрһәтеп, эшкә яраҡһыҙлыҡ танытмаһын беркетергә. Эш биреүсе ялды күсереү тураһында бойороҡ сығара, ә кадрҙар бүлеге отпускылар графигын үҙгәртә. Эшкә яраҡһыҙлыҡ ваҡытына тап килгән көндәрҙе генә күсерергә мөмкин. 

Шуны ла иҫтә тотоу мөһим: йыллыҡ отпускының бер өлөшө булһа ла кәмендә 14 көн дауам итергә тейеш.

Ҡағиҙәләр үҙгәргән айырым осраҡтар бар, улар тураһында киләһе постта һөйләрбеҙ 👉

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан