Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Бөрйән яңылыҡтары

Ауырыу сәбәпле отпускыны күсереү ҡағиҙәләре тураһында аңлатыуҙы дауам итәбеҙ

: Әгәр хеҙмәткәр отпускы мәлендә ауырыған баланы ҡарау өсөн эшкә яраҡһыҙлыҡ көндәре алған икән — отпускыны оҙайтмайҙар һәм күсермәйҙәр, тап килгән көндәр өсөн ярҙам түләнмәй. Эш биреүсе менән отпускы тамамланмаҫ элек эшкә сығыу тураһында ғына һөйләшеп килешергә мөмкин. Был осраҡта ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы буйынса эшкә сыҡҡан көндән алып түләй башлайҙар.   Эш хаҡы һаҡланмаған отпуск осоронда ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы буйынса түләүҙәр юҡ, ә отпускыны оҙайтып йәки күсереп булмай.   Уҡыуға ял алғанда ла — ҡағиҙәләр шул уҡ. Ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы буйынса түләнмәй һәм отпуск оҙайтылмай. Әммә хеҙмәткәр уҡыу отпускыһы тамамланғандан һуң да ауырыуын дауам итһә, түләүҙәр ул эшкә сығырға тейеш булған көндән алып тәғәйенләнә.   Артабан эштән китеү шарты менән отпускы алған осраҡта, эштән бушатылыу көнө үҙгәрмәй — отпускының һуңғы көнө иҫәпләнә. Уны оҙайтып булмай. Шул уҡ ваҡытта ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ көндәре өсөн түләнәсәк, эштән киткәндән һуң 30 көн дауамында. #Аңла

Ауырыу сәбәпле отпускыны күсереү ҡағиҙәләре тураһында аңлатыуҙы дауам итәбеҙ:

Әгәр хеҙмәткәр отпускы мәлендә ауырыған баланы ҡарау өсөн эшкә яраҡһыҙлыҡ көндәре алған икән — отпускыны оҙайтмайҙар һәм күсермәйҙәр, тап килгән көндәр өсөн ярҙам түләнмәй. Эш биреүсе менән отпускы тамамланмаҫ элек эшкә сығыу тураһында ғына һөйләшеп килешергә мөмкин. Был осраҡта ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы буйынса эшкә сыҡҡан көндән алып түләй башлайҙар.

 

Эш хаҡы һаҡланмаған отпуск осоронда ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы буйынса түләүҙәр юҡ, ә отпускыны оҙайтып йәки күсереп булмай.

 

Уҡыуға ял алғанда ла — ҡағиҙәләр шул уҡ. Ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы буйынса түләнмәй һәм отпуск оҙайтылмай. Әммә хеҙмәткәр уҡыу отпускыһы тамамланғандан һуң да ауырыуын дауам итһә, түләүҙәр ул эшкә сығырға тейеш булған көндән алып тәғәйенләнә.

 

Артабан эштән китеү шарты менән отпускы алған осраҡта, эштән бушатылыу көнө үҙгәрмәй — отпускының һуңғы көнө иҫәпләнә. Уны оҙайтып булмай. Шул уҡ ваҡытта ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ көндәре өсөн түләнәсәк, эштән киткәндән һуң 30 көн дауамында.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан