Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Бөрйән яңылыҡтары

🚗 Билдәләнгәндән шәберәк йөрөйһөгөҙмө? Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһы менән бергә 2026 йылда ҡаралған штрафтарҙы өйрәнәбеҙ

Тиҙлекте арттырған өсөн штраф күләме ике шартҡа бәйле – тиҙлекте күпмегә арттырғанһығыҙ һәм һуңғы йылда һеҙҙең тарафтан быға оҡшаш ҡағиҙә боҙоу теркәлгәнме. Санкцияларҙы регламентлаусы төп документ – РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 12.9-сы статьяһы. Экономияларға теләһәгеҙ, штрафты 30 көн эсендә түләгеҙ – 25% ташлама бирелә. Әммә был бөтә осраҡтарҙа ла ҡулланылмай. Айырым тикшерәйек: 1️⃣ Тиҙлекте 20-40 км/сәғ арттырған осраҡта – штраф күләме 750 һум. Ҡабат тотолғанда – шул уҡ. 2️⃣ Тиҙлекте 40-60 км/сәғ арттырғанда – тәүге тапҡыр штраф 1500-2250 һум. Ҡабаттан – 3000-3750 һум (инспектор туҡтатһа) йәки 3000 һум (камера теркәһә). Ташлама юҡ. 3️⃣ Тиҙлекте 60-80 км/сәғ арттырғанда – 4-6 айға праванан мәхрүм итеү йәки 3000-3750 һум штраф ҡаралған. Ҡағиҙәне ҡабат боҙғанда транспорт йөрөтөү хоҡуғынан 1 йылға мәхрүм итеү (инспектор туҡтатһа) йәки 7500 һум штраф (камера теркәгәндә) ҡаралған. Ташлама юҡ. 4️⃣ Тиҙлекте 80 км/сәғ күберәк арттырғанда – 7500 һум штраф йәки 6

🚗 Билдәләнгәндән шәберәк йөрөйһөгөҙмө? Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһы менән бергә 2026 йылда ҡаралған штрафтарҙы өйрәнәбеҙ.

Тиҙлекте арттырған өсөн штраф күләме ике шартҡа бәйле – тиҙлекте күпмегә арттырғанһығыҙ һәм һуңғы йылда һеҙҙең тарафтан быға оҡшаш ҡағиҙә боҙоу теркәлгәнме. Санкцияларҙы регламентлаусы төп документ – РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 12.9-сы статьяһы.

Экономияларға теләһәгеҙ, штрафты 30 көн эсендә түләгеҙ – 25% ташлама бирелә. Әммә был бөтә осраҡтарҙа ла ҡулланылмай.

Айырым тикшерәйек:

1️⃣ Тиҙлекте 20-40 км/сәғ арттырған осраҡта – штраф күләме 750 һум. Ҡабат тотолғанда – шул уҡ.

2️⃣ Тиҙлекте 40-60 км/сәғ арттырғанда – тәүге тапҡыр штраф 1500-2250 һум. Ҡабаттан – 3000-3750 һум (инспектор туҡтатһа) йәки 3000 һум (камера теркәһә). Ташлама юҡ.

3️⃣ Тиҙлекте 60-80 км/сәғ арттырғанда – 4-6 айға праванан мәхрүм итеү йәки 3000-3750 һум штраф ҡаралған. Ҡағиҙәне ҡабат боҙғанда транспорт йөрөтөү хоҡуғынан 1 йылға мәхрүм итеү (инспектор туҡтатһа) йәки 7500 һум штраф (камера теркәгәндә) ҡаралған. Ташлама юҡ.

4️⃣ Тиҙлекте 80 км/сәғ күберәк арттырғанда – 7500 һум штраф йәки 6 айға транспорт йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм итеү көтә. Инспектор туҡтатҡан осраҡта эште суд тикшерә. Ҡағиҙә боҙоу ҡабатланһа – 1 йыл транспорт йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм итеү йәки 7500 һум штраф ҡаралған. Ташлама юҡ.

Тиҙлек режимын өсөнсө тапҡыр боҙоу енәйәт яуаплылығына килтереүе ихтимал. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәгеҙ!

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан