Был хаҡта Рәсәй Эске эштәр министрлығы хәбәр итә. Схема нисек эшләй: ❶ Тәүҙә сауҙа үҙәктәрен, вокзалдарҙы һәм башҡа йәмәғәт урындарын фотоға төшөрөп ебәреүҙе үтенәләр. ❷ Артабан украин диверсанттары исеменән сығыш яһап, был урындар теракт маҡсаттары буласаҡ, ә үҫмерҙе — енәйәттә ҡатнашыусы булаһың, тип ҡурҡыталар. ❸ Артабан схемала «көс ведомстволары хеҙмәткәрҙәре» барлыҡҡа килә һәм, аҡса түләһәң, енәйәт эшенән «ҡотҡарырға» вәғәҙә итә. Балалар менән ябай ҡағиҙәләр тураһында һөйләшеү мөһим: ❶ Көс ведомстволары вәкилдәре социаль селтәрҙәрҙә аҡса һорамай — шикле хәбәр алһағыҙ ата-әсәгеҙгә күрһәтегеҙ. ❷ Сит кешеләр үтенесе буйынса фото төшөрмәгеҙ һәм уларға аҡса күсермәгеҙ. ❸ Ҡурҡытһалар — кисекмәҫтән ата-әсәгеҙгә хәбәр итегеҙ. ❹ Шикле әңгәмәселәрҙе сикләгеҙ, улар менән хат-аралашыуҙарығыҙҙы һаҡлағыҙ — улар полицияға ярҙам итәсәк. #Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан
Мутлашыусылар үҙҙәрен украин диверсанттары һәм «көс ведомстволары хеҙмәткәрҙәре», тип танытып үҫмерҙәрҙе алдай
8 апреля8 апр
~1 мин