Башҡортостандың Милли музейында фотограф-пейзажсы, Рәсәй Фоторәссамдар союзы ағзаһы Илфир Исхаҡ улы Исламғазиндың шәхси күргәҙмәһе асылды. Ул авторҙың 80 йәше тулыуға арнала. Экспозицияла ижадсының 60-тан артыҡ эше ҡуйылған. “Үҙегеҙҙең беренсе төшөргән фотоһүрәтегеҙҙе иҫләйһегеҙме?” тигән һорауыма Илфир Исхаҡ улы күргәҙмәләге тәүге фотоға ишаралай: – Бына ул, Өфөлә үткән ат сабышы. Ул ипподром хәҙер юҡ инде, күбеһе уның ҡайҙа урынлашҡанын да иҫләмәй. Октябрҙең 50 йыллығы урамы менән Ибраһимов бульвары араһында Оло Граждандар урамы буйлап тора ине ул. Унан арыраҡ – Цюрупа менән Революцион урамдары киҫелешенең ул саҡтағы торошо, унда шәхси йорттар тора ине әле (һүрәттәрҙә). Уларҙы Революцион урамындағы туғыҙ ҡатлы йорттарҙы төҙөгәндә төшөрөп алдым. Ысынлап та, Башҡортостаныбыҙҙың иҫ киткес гүзәл күренештәре һынланған фотоһүрәттәр авторы һөнәре буйынса – инженер, уға тиклем йәшләй генә төҙөлөштә ташсы булып та эшләгән. Саҡмағош районының Ҡалмашбаш ауылында йәшәгән малай мәктәп йылдарынан