Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Бала саҡта уны ташлағандар, хәҙер ул өләсәһенән баш тарта

Һеңлем медицина колледжын тамамлап, баш ҡала дауаханаларының береһендә шәфҡәт туташы булып эшләп йөрөй. Бер осрашҡанда, эштәге хәлдәрен һорашып, һөйләшеп ултырҙыҡ. - Һөнәрем бик оҡшай, әммә дауаханала төрлө яҙмышлы кешеләр менән танышырға тура килә, уларҙың һөйләгәндәрен күңелемә яҡын алам, - тип уларҙың бүлегендә ятыусы 80 йәшлек әбей тураһында һөйләне. - Валя исемле әбей хәҙер беҙҙә айҙан артыҡ ята инде. Унда - шәкәр диабеты диагнозы, ауырыуы ныҡлы ҡуҙғып, аяҡтарын ҡырҡтылар. Яңыраҡ ейәне килде. “Беҙ уны ҡабат өйөбөҙгә алып ҡайтмайбыҙ. Теләһә нимә эшләтегеҙ, әммә ул беҙгә кәрәкмәй”, тип әйтеп ҡайтып китте. Һөҙөмтәлә әбейҙе социаль учреждениеға урынлаштырыуҙы юллай башланылар. Яңыраҡ ейәненең ҡатыны уның документтарын килтереп киткән. Шунда инде был хәлгә бер аҙ асыҡлыҡ инде. "Минең ирем балалар йортонда үҫкән. Һигеҙ йәшлек сағында уның әсәһе үлгән. Шул ваҡытта өләсәһе уны ҡарай алыр ине бит? Әммә ул ейәнен социаль приютҡа тапшырған. “Балалар йортонда үткән бала сағымды хәтерләгем
Оглавление
    Бала саҡта уны ташлағандар, хәҙер ул өләсәһенән баш тарта
Бала саҡта уны ташлағандар, хәҙер ул өләсәһенән баш тарта

Бала саҡта уны ташлағандар, хәҙер ул өләсәһенән баш тарта

Бер әбей беҙҙә айҙан артыҡ ята инде. Ул шәкәр диабеты менән сирләй, ауырыуы ныҡлы ҡуҙғып, аяҡтарын ҡырҡтылар. Яңыраҡ ейәне килде. “Беҙ уны ҡабат өйөбөҙгә алып ҡайтмайбыҙ. Теләһә нимә эшләтегеҙ, ул беҙгә кәрәкмәй”, - тине...

Һеңлем медицина колледжын тамамлап, баш ҡала дауаханаларының береһендә шәфҡәт туташы булып эшләп йөрөй. Бер осрашҡанда, эштәге хәлдәрен һорашып, һөйләшеп ултырҙыҡ.

- Һөнәрем бик оҡшай, әммә дауаханала төрлө яҙмышлы кешеләр менән танышырға тура килә, уларҙың һөйләгәндәрен күңелемә яҡын алам, - тип уларҙың бүлегендә ятыусы 80 йәшлек әбей тураһында һөйләне. - Валя исемле әбей хәҙер беҙҙә айҙан артыҡ ята инде. Унда - шәкәр диабеты диагнозы, ауырыуы ныҡлы ҡуҙғып, аяҡтарын ҡырҡтылар.

Яңыраҡ ейәне килде. “Беҙ уны ҡабат өйөбөҙгә алып ҡайтмайбыҙ. Теләһә нимә эшләтегеҙ, әммә ул беҙгә кәрәкмәй”, тип әйтеп ҡайтып китте. Һөҙөмтәлә әбейҙе социаль учреждениеға урынлаштырыуҙы юллай башланылар.

Яңыраҡ ейәненең ҡатыны уның документтарын килтереп киткән. Шунда инде был хәлгә бер аҙ асыҡлыҡ инде. "Минең ирем балалар йортонда үҫкән. Һигеҙ йәшлек сағында уның әсәһе үлгән. Шул ваҡытта өләсәһе уны ҡарай алыр ине бит? Әммә ул ейәнен социаль приютҡа тапшырған. “Балалар йортонда үткән бала сағымды хәтерләгем лә килмәй”, ти ирем. Шулай булғас, ни эшләп беҙ уны ҡарарға тейеш?" тип һөйләгән ул дауахана хеҙмәткәрҙәренә.

Уйлап ҡараһаң, йәштәр хаҡлы ла кеүек, тик, кеше таш менән атһа ла, һин аш менән ат, тигән халыҡ аҡылы ла бар. Һеҙ ниндәй фекерҙә, дуҫтар?