компанияһында бирҙеләр. Электр энергияһына тариф бер ай эсендә күпме аҡса сарыф итеүегеҙгә бәйле. Ҡулланыуҙың өс диапазоны бар: 1️⃣ 3,900 кВт•сәғ тиклем иң түбән тариф; 2️⃣ 3,901-ҙән 6,000 кВт•сәғ тиклем тариф юғарыраҡ; 3️⃣ 6,000 кВт•сәғ күберәк — иң юғары тариф. Күп балалы ғаиләләр иң түбән тариф буйынса түләй ала (беренсе диапазон), хатта 3,900 кВт•сәғ артыҡ тотонолһа ла. Әммә бының өсөн ғариза бирергә кәрәк: Ниндәй документтар кәрәк буласаҡ: күп балалы ғаилә таныҡлығы һәм социаль яҡлау ойошмаһынан белешмә; балаларҙың тыуыу тураһында таныҡлыҡ күсермәләре; өлкән баланың (18-23 йәш) көндөҙ уҡыуы тураһында белешмә (әгәр был актуаль булһа); торлаҡҡа документтар (ЕГРН-дан яҙма, һатып алыу — һатыу килешеүе һәм башҡалар) йәки теркәлеүҙе раҫлау (мәҫәлән, теркәлеү тураһында билдә менән паспорттың күсермәһе). Нисек ғариза бирергә: – онлайн-офис аша – «Башҡортостан Республикаһының Берҙәм мәғлүмәт-иҫәп үҙәге» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең «Минең түләүҙәрем» клиент офистарында Офистарҙ
💡 Күп балалы ғаиләләргә электр энергияһы өсөн минималь тариф буйынса нисек түләргә — аңлатманы Башҡортостан Республикаһының Энергия һатыу
8 апреля8 апр
1 мин