3 апрель көндө Ҡариҙел районы Абдулла ауылында Унлар ырыуы йыйынына әҙерләнеү сиктәрендә «Унлар төйәгендә тыуып уңғанмын» тип аталған фәнни-эҙләнеү конференцияһы һәм район гәзитенә яҙылыу акцияһы үҙ эшен дауам итте тип беҙ яҙып киткән инек. Яҡташыбыҙ Ришат Миндийәров исемен йөрөткән аҫылмалы күперҙә осрашып артабан сарала ҡатнашыусылар Абдулла мәҙәниәт йортона юл тотто. Унда ауылдың фольклор коллективы ижади сығыштары менән килгән делегаттарҙы ҡаршы алдылар. Тамаша залы милли кейемдәр, сигелгән таҫтамалдар, өйҙә көндә кәрәкле ашъяулыҡтар менән биҙәлгән ине. Айырым яҡташтарға бағышланған киң мәғлүмәт сараларында төрлө йылдарҙа яҙылып барылған «Унлар төйәгенең ғорурлығы» тип аталған күргәҙмә Абдулла ауылында йәшәүсе халыҡтың тормошо тураһында һөйләй ине. Сәхнә түрен Свердловск өлкәһенән конференцияла ҡатнашырға тип йыраҡ араларҙы яҡынайтып ҡайтыусы, ауылдаштары Фларида Уйылданованың ҡул эштәре йыйынға йәм өҫтәне. Ул үҙенең сығышында сит ерҙә булыуына ҡарамаҫтан унлар башҡорттарын данлап,