Ҡала-ауылдарҙа махсус хәрби операциялағы һалдаттарға ярҙам ҡулы һуҙмаған бер кеше лә ҡалмағандыр. Һәр кем көсөнән килгәнсә үҙенең өлөшөн индерергә тырыша. Ишембай районының Көҙән ауылында йәшәүселәр ҙә махсус хәрби операция башланғандан алып был изге эшкә дәррәү ҡушылды. Тәүге йылдарҙа ауыл халҡы яугирҙәргә күбеһенсә кәрәкле әйберҙәр, посылкалар ебәреү менән мәшғүл була. Һалдаттар өсөн йөн ойоҡтар, бирсәткәләр бәйләп ебәрәләр, көндәлек кәрәк-яраҡ туплайҙар. Кәрәкле булған дарыуҙарҙы ла күпләп оҙаталар. 2023 йылда дүрт тимер мейес яһап ебәргәндәр. Уның өсөн материалды ауыл икмәкханаһы етәксеһе Фирүзә Рәшитова хәстәрләй. Иретеп йәбештереүсе Наил Рәхмәтуллин мейестәрҙе эшләй. Маскировка селтәрҙәрен үреү буйынса ла эш көйгә һалынған. Ауыл халҡы тырышлығы менән 30-ға яҡын селтәр үрелгән. Аҡса йыйып материалдарын һатып алалар, махсус станок ҡоралар. Шулай итеп был эш тә юлға һалына. Окоп шәмдәре - яугирҙәр өсөн әһәмиәтле әйберҙәрҙең береһе. Көҙәндәр барлығы 450-гә яҡын шәм эшләп оҙатҡан. Бый