Ғәрәп Әмирлектәренә ялға бара ла... шунда эшкә ҡала
Ә бит уны “яҫы табан” тип уҡырға ла алмаған булалар. Хәҙер ул Италия, Франция, Швейцария, Венгрия, Болгария, Төркиә, Оман Солтанаты, Ҡаҙағстан, Көньяҡ Корея, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре кеүек илдәрҙе урап сыҡҡан.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Вилнара Янбаева, яңынан сәнғәткә ҡайтып, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт ҡурай ансамблендә эшләй башлағас, ихлас ҡыуандым. Уның бала сағынан бейеп үҫкәнен белгәнгә, һәләтле артистың яратҡан эшенән тыш нисек йәшәрен аңлауы ауыр ине. Ә ни өсөн ул сәхнәнән китергә мәжбүр булған, был осорҙа нимә менән шөғөлләнгән – Вилнара ЯНБАЕВА менән ошо хаҡта һөйләштек.
– Вилнара Вилүр ҡыҙы, һеҙҙең кеүек һылыу, матур бейеүсене ниндәй ғаилә үҫтергән?
– Атайым Вилүр Көмөшбай улы сығышы менән Баймаҡ районынан, әсәйем Зарифа Кинйәбай ҡыҙы – Белорет районынан. Улар йәш белгес – уҡытыусы булып хеҙмәт юлдарын Ырымбур өлкәһенең Орск ҡалаһында башлаған. Шуға ла ағайым да, мин дә ошо ҡалала тыуғанбыҙ. Миңә туғыҙ ай булғанда, 1990 йылда, беҙҙең ғаилә Межгорье (Татлы) ҡалаһына күсә. 1995 йылда мәктәпкә уҡырға барҙым һәм V класҡа тиклем башҡорт мәктәбендә белем алдым. Артабан Өфөгә күстем.
Бөгөн дә сәхнәлә ҡалыуымда, ижад итеүемдә атай-әсәйемдең ярҙамы баһалап бөткөһөҙ. Улар миндә сәнғәткә һөйөү тәрбиәләне. Үҙҙәре лә сәхнәнән төшмәй, электән йырланылар, спектаклдәрҙә уйнанылар.
– Бейеүсе булыу теләге ҡасан тыуҙы?
– Өс йәшемдә бейеүгә ғашиҡ булдым. Ул заманда аҡлы-ҡаралы экранлы телевизорҙан “Аҡҡош” бейеүен күргәс, хайран ҡалдым һәм ғүмерлеккә бейеүгә ғашиҡ булдым. Шул мәлдән өйҙә аяҡ осона баҫып: “Мин – балерина”, – тип үҙемсә бейей башланым. Өйҙә өйрәнгән беренсе бейеүем “Бишбармаҡ” булды. Уны әсәйемдең тыуған ере – Ҡаһарман ауылы сәхнәһендә башҡарҙым. Бейеүҙе әсәйемдең туғаны – Нәҡиә өләсәй өйрәтте. Алты йәштән “Дәрт” фольклор ансамбленә йөрөй башланым. Межгорьела хореография түңәрәге булмағас, фортепиано, сольфеджио, вокал менән шөғөлләндем.
“Межгорье йондоҙҙары” конкурсы иғлан ителгәс, унда ҡатнашыу өсөн “Ҡурай” бейеүен өйрәнә башланым. Шул мәлдә әсәйемдең әхирәте улы менән ҡунаҡҡа килгәйне, уларға бейеп күрһәттем. Уның улы ла минең менән бейергә теләк белдерҙе. Икәүләп өйрәнеп, конкурста беренсе урынға лайыҡ булдыҡ. Икенсе йылына ла ошо уҡ конкурста “Дуҫлыҡ” бейеүен башҡарып, беренсе дәрәжә лауреат булдыҡ. Өсөнсөһөндә беҙҙе ҡунаҡ итеп саҡырҙылар. Унда ғәрәп бейеүе “Фәрештәләр”ҙе, Куба халыҡ бейеүен башҡарҙыҡ. Минең менән бейегән егет Илнур Сәлимгәрәев әле Сибай театрында артист булып эшләй.
– Өфөләге Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография училищеһына уҡырға инеүе лә еңелдән түгел, тиҙәр...
– Өсөнсө класта уҡығанда уҡ Башҡорт хореография училищеһына уҡырға барҙым. Алманылар, “бәләкәйһең” тип ҡайтарҙылар. Ҡайтҡас, үҙебеҙҙең ҡаланың музыка мәктәбендә яңы асылған хореография класына йөрөй башланым. Бер йылдан тағы ла Өфөгә уҡырға юлландым, әммә был юлы “яҫы табан” тип алманылар. Тағы ла бер йыл буйы имтиханға әҙерләнеп, өсөнсө йылына уҡырға индем. Ныҡ ҡыуандым. 1 сентябрҙән ҡанатланып уҡый башланым. Ете йыл белем алып, “халыҡ бейеүе артисы” тигән һөнәргә эйә булдым.
Уҡыған йылдарҙа концерттарҙа йыш ҡатнаштыҡ. 2008 йылда училищены тамамлағас, уның директоры Алик Сәлих улы Биксурин, әсәйем менән атайым янына килеп, тәүҙә училищеға уҡырға алмағаны өсөн ғәфү үтенде. “Мин ундай шәп һөҙөмтәләр көтмәгәйнем”, – тип уңыштар теләне.
Имтихандарҙан һуң миңә тәҡдимдәр күп булды, әммә “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамблен һайланым. Унда 15 йыл эшләнем. 2021 йылда “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исем бирҙеләр. Шулай уҡ ул йылдарҙағы хеҙмәтем Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаты, Белорет районы хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән баһаланды. “Ете ҡыҙ” фонтанын эшләгәндә һынландырыусы сифатында саҡырҙылар.
“Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле миңә ҙур тәжрибә бирҙе, һәләтемде үҫтерҙе. Ансамблдең директоры Байрас Вәли улы Ишбирҙингә, баш балетмейстер Әлфиә Мансур ҡыҙы Тимерғәзиеваға рәхмәт. Гастролдәргә күп йөрөнөк. Италия, Франция, Швейцария, Венгрия, Болгария, Төркиә, Оман Солтанаты, Ҡаҙағстан кеүек илдәрҙә сығыш яһаныҡ.
Ансамблгә килеп, өс ай эшләгәс, “Йыуаса” бейеүенә солист итеп тәғәйенләнеләр, уны 15 йыл башҡарҙым. “Тирмә янында”, “Өс түмәр” бейеүҙәрендә лә солист булдым. Рус, удмурт бейеүҙәрендә техник партияларҙы башҡарҙым.
– Шунан ҡапыл ансамблдән киттегеҙ. Тормошоғоҙҙо үҙгәртеүгә нимә сәбәпсе булды?
– 15 йыл дауамында бер мөхиттә йәшәгәндән һуң, ысынлап та, тормошомдо үҙгәртергә ҡарар иттем, сөнки бер төрлөлөк арытты. Эштән киткәс, иң тәүҙә Ғәрәп Әмирлектәренә ял итергә юлландым. Унда барғас, ҡыҙыҡ күреп, балет уҡытыусыһы булып эшкә урынлашырға һөйләшергә барып ҡараным. Дубайҙа мине “Левита” һәм “Роза” балеты студияһына эшкә алдылар. Ҡыҫҡа ваҡытта инглиз телен өйрәндем, сөнки миңә сит ил балалары һәм ҡатын-ҡыҙҙарына балет серҙәрен ошо телдә төшөндөрөргә тура килде. Унда рус балеты юғары баһалана.
Иң тәүҙә ҡыйын булды, инглиз телен белмәй инем бит, әммә унда мине аңлап ҡабул иттеләр, балалар ҙа һөйләшергә өйрәтте. Хеҙмәттәштәрем дә сит ил кешеләре ине.
Бер аҙҙан улымды эргәмә алып килдем. Унда ул үҙенең яратҡан футболы менән шөғөлләнде.
Унда эш хаҡы һәйбәт. Иң ҡиммәте торлаҡ булды, уны яллап йәшәнек. Ҡайһы мәлдә бейергә лә саҡыралар ине. Бер студия рекламаға төшөргә саҡырҙы. Әле лә ул рекламаны күрһәтәләр.
– Ғәрәп илендә ҡалыу теләге булдымы?
– Әлбиттә, әммә әсәйем менән атайым, туғандар, дуҫтар, Башҡортостандың тәбиғәте һағындыра ине.
Унан алда, 2016 йылда, “Мираҫ”та эшләгәндә, үҙ иҫәбемә ял алып, Кореяла контракт буйынса 10 ай эшләп алдым. “Эверленд” балалар күңел асыу үҙәгендә төрлө ролдәрҙе башҡарып бейенем. Унда миңә бөтә нәмә лә оҡшаны – мәҙәниәте, тәбиғәте, халҡы ла тәртипле. Ғаиләм Башҡортостанда булғас, эшем һәйбәт булһа ла, тыуған еремә ҡайтырға ҡарар иттем. Көньяҡ Кореянан эшләп ҡайтҡан аҡсаға ер участкаһы һатып алып, төҙөлөшкә тотондоҡ. Ғөмүмән, Дубайҙа ла, Көньяҡ Кореяла ла яҡшы дуҫтар таптым, әле лә улар менән аралашам. Унда эшләп ҡайтҡаныма үкенмәйем.
– Тыуған ерегеҙ “сәйәхәтсене” нисек ҡаршыланы һуң?
– Былтыр майҙа яратҡан Башҡортостаныма ҡайттым, ял иттем. Аллаға шөкөр, төрлө яҡтан эшкә саҡырыу тәҡдимдәре килде. Башҡортостандың Дәүләт ҡурайсылар ансамблен һайланым. Унда ла кастинг буйынса һайлап алдылар, бейеүсе-солист булып эшләйем. Башҡортостандың халыҡ артисы Зөлфиә Ҡудашева миңә үҙенең “Ҡабырсаҡ” бейеүен башҡарырға рөхсәт итте.
– Бер кем дә бейеүсе булып тыумай, килешәһегеҙме?
– Эйе. Шуға күрә лә иң тәүҙә үҙеңә тырыш булырға, үҙ өҫтөңдә эшләргә, тәртипте һәм талаптарҙы теүәл үтәргә кәрәк. Шул саҡта ғына маҡсатыңа өлгәшергә мөмкин.
Улым Булатҡа 16 йәш. Уны спорт бейеүенә биреп ҡараным, “оҡшамай” тип ташланы. Робот техникаһы, футбол менән шөғөлләнде, әле лә футболға йөрөй.
Нәҫелебеҙҙә һәүәҫкәр бейеүселәр булды. Әсәйемдең әсәһе – Сәкинә өләсәй, башына батмус ҡуйып, уға ҡайнар самауыр ултыртып бейегән. Өфөнән килгән бер рәссам уның һүрәтен төшөргән. Атайымдың әсәһе - Бибинур өләсәй ҙә оҫта бейегән, матур йырлаған. Шуға ла бындай һәләт ҡандан да килә, тип уйлайым.
– Вилнара Вилүр ҡыҙы, һеҙгә яңы ижади уңыштар, ҙур ҡаҙаныштар теләйбеҙ!
Фото: "Мираҫ" йыр һәм бейеү ансамбленән, Вилнара Янбаеваның ғаилә альбомынан.