Ойоштороусылар ғаилә йолалары хаҡында мәҡәләләр, шулай уҡ шәхси архивтарҙан фото- һәм видеояҙмалар көтә. Эштәр өс номинацияла ҡабул ителә: һөҙөмтәле эш, быуындар күсәгилешлеге һәм иң боронғо династия. Һайлап алыу этабы 27 апрелгә тиклем дауам итә. Артабан 10 авгусҡа тиклем еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы һайлаясаҡтар. Улар Республика көнөндә бүләкләнәсәк. Наградаларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырасаҡ. Конкурста тармаҡта кәм тигәндә өс кеше эшләгән династиялар ҡатнаша ала. Был балалар, ейәндәр һәм башҡа туғандар, шул иҫәптән ир менән ҡатын һәм уллыҡҡа алынған ғаилә ағзалары булыуы мөмкин. Уларҙың береһенең булһа ла Башҡортостанда йәшәүе һәм эшләүе мөһим. Династияның дөйөм хеҙмәт стажы 30 йылдан ашыу булырға тейеш. Ҡатнашыу өсөн документтар пакетын тапшырырға кәрәк: ғариза, стажы күрһәтелгән ғаилә ағзалары исемлеге, хеҙмәт кенәгәләренең күсермәләре йәки эш тураһында электрон мәғлүмәттәр, туғанлыҡ, наградалар һәм һөнәри ҡаҙаныштар тураһында документтар. Шулай уҡ ғаилә традициялар
Киң мәғлүмәт саралары һәм нәшриәтселәр өсөн династиялар конкурсы башланды
7 апреля7 апр
1 мин