#Баймаҡ_энциклопедияһы Бөгөн ғалим-тел белгесе, тəржемəсе Ибраһимов Ғәйнислам Дәүләтбай улы тыуған көн. Ғәйнислам Дәүләтбай улы Ибраһимов 1968 йылдың 7 апрелендә Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылында тыуған. Уның атаһы билдәле тыуған яҡты өйрәнеүсе, тарихсы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Дәүләтбай Ибраһимов (мәктәп музейы уның исемен йөрөтә), әсәһе Разия Мәүлетова уҡытыу дәүерендә Баймаҡ районының иң көслө башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының береһе була. 1994 йылда Башҡорт дәүләт университетын, 1996 йылда Төркиәлә Анҡара университетын тамамлаған. 2000 йылдан алып Башҡорт дәүләт университетында эшлəй. 2008 йылдан башлап Көнсығышты өйрəнеү кафедраһы мөдире. Ғәйнислам Ибраһимов етәкләгән Көнсығышты өйрəнеү кафедраһы, ғилми һәм уҡыу эшмәкәрлегенең киңәйеүе менән бәйле, аҙаҡ Көнсығыш илдәрен өйрәнеү фәне (шәрҡиәт) кафедраһы итеп үҙгәртелә. Төрөк теле йәмғиәте 1997 йылда «Төрки халыҡтарҙың эпостары» проекты буйынса төрки халыҡтарҙың эпостарын төрөк теленә тәржемә итеп сығара б