Олимпиаданың еңеүселәрен билдәләү сараһын уҡыусылар ғына түгел, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Был юлы ла сарала ҡатнашыусыларҙы Асҡар ауылы полилингваль мәктәбе коллективы ихлас ҡаршыланы. Бүләкләү тантанаһында бары тик еңеүсе уҡыусылар саҡырылды. Һәр кемдең йөҙөндә шатлыҡ балҡый, уҡытыусылар уҡыусылары өсөн һөйөнә, ата-әсәләр балаларының уңышын күреп ҡыуан. Еңеү яулаған уҡыусылар сәхнәгә бер-бер артлы саҡырыла, уларҙың һәр береһе көслө, белемле, һәләтле, алдынғы. Шулай булмаһа, тиҫтерҙәре араһында оло еңеүгә өдгәшерҙәр инеме?! Һәр хәлдә, йөҙҙәре шатлыҡтан балҡыған ҡыҙ һәм малайҙарға ҡарап, уларҙың тәүге еңеүҙәренә һөйөнөп, киләсәккә ышаныслы аҙымдар менән атлауҙарына өмөт иткән уҡытыусылар был көндә уҡыусыларына ҡарағанда икеләтә һөйөндө. Йылдар буйы эшләгән хеҙмәттәренә оло баһа алыу, үҙ эштәренең һөҙөмтәһен күреү – уҡытыусы өсөн иң ҙур хөрмәттәрҙең береһе ул. Мәҫәлән, Хәлил урта мәктәбенең химия һәм биология уҡытыусыһы Зилә Батыр ҡыҙы Шаһивәлиева ике у