Күптәр өй йыйыштырыуҙы кеше, ҡунаҡ килгәндә таҙа, тәртип булһын өсөн тип уйлай. Әммә ысынында өйҙәге таҙалыҡ йыш ауырыу-ауырымау менән дә туранан-тура бәйле. Туҙан, бысраҡ иҙәндәр, яңы булмаған түшәк кәрәк-ярағы — былар барыһы ла аллерген, бактериялар һәм саң талпандары сығанағы. Улар йүткереү, тымау, тын алыу проблемалары һәм хатта хроник арығанлыҡ тыуҙыра. Бына ауырымаҫ өсөн ниндәй йышлыҡта йыйыштырырға кәрәк: Иҙән Бер көн эсендә урамдан йөҙләгән микроб, саң һәм аллерген өлөшсәләре алып инәһегеҙ. Быларҙың барыһы ла иҙәнгә ултыра. Бигерәк тә кухняла һәм коридорҙа. Ишек эргәһен аҙнаһына 2-3 тапҡыр йыуырға кәрәк.
Аш-һыу бүлмәһен дә.
Ванна бүлмәһен — аҙнаһына 2 тапҡыр (дымлылыҡ һәм үңәҙ хәүефе арҡаһында).
Йоҡо бүлмәһен һәм ҡунаҡ бүлмәһен — аҙнаһына 1-2 тапҡыр.
Шуныһы мөһим: һыу менән генә түгел, ә махсус химик сара менән. Һыу үҙе бактерияларҙы үлтермәй. Түшәк кәрәк-ярағы Төндә кеше ярты литр тирен, тире өлөшсәләрен, сәсен юғалта. Былар барыһы ла саң талпандары өсөн идеаль мөхит. Улар теш