Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Бына улар баҫыу уңғандары!

Илеш районы элек-электән ауыл хужалығы буйынса республикабыҙҙа алдынғылыҡты биләй. Бөгөн дә улар был йәһәттән өлгө булып тора. Районға сираттағы эш сәфәребеҙ мәлендә был күренешкә йәнә инандыҡ. Илеш районы хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Сергей Пискарев әйтеүенсә, яҙғы сәсеү эштәренә әҙерлек тамамланыу алдында, күптән түгел агрономия конференцияһы уҙғарылып, һәр хужалыҡтың әҙерлек кимәле асыҡланған, бурыстар билдәләнгән. Быйыл 95 452 гектар майҙанда сәсеү эштәре башҡарыласаҡ, уларҙың 56388 гектары иген культуралары тәшкил итһә, ярауай иген культураларына 50660 гектар тура килә. Дөйөм республикалағы һымаҡ, майлы культураларҙың, шул иҫәптән көнбағыш майҙанын арттырыу ниәтләнә. Көнбағыш 11,5 мең гектар биләйәсәк. Шулай уҡ соя һәм рапс майҙаны ла киңәйәсәк. Ярауай рапстан тыш, ужым рапсы ла сәселгән, ҡышты улар яҡшы үткәргән. Бойҙай, арпаны етештереү рентабеллеге майлы, техник культураларҙан ҡалыша, шуға ла көнбағыш, рапс кеүек культуралар майҙаны ҙурайтыла. Минераль аш
Оглавление
    Бына улар баҫыу уңғандары!
Бына улар баҫыу уңғандары!

Бына улар баҫыу уңғандары!

Илештең хеҙмәт батырҙарын күреп ҡайттыҡ.

Илеш районы элек-электән ауыл хужалығы буйынса республикабыҙҙа алдынғылыҡты биләй. Бөгөн дә улар был йәһәттән өлгө булып тора. Районға сираттағы эш сәфәребеҙ мәлендә был күренешкә йәнә инандыҡ.

Илеш районы хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Сергей Пискарев әйтеүенсә, яҙғы сәсеү эштәренә әҙерлек тамамланыу алдында, күптән түгел агрономия конференцияһы уҙғарылып, һәр хужалыҡтың әҙерлек кимәле асыҡланған, бурыстар билдәләнгән.

Быйыл 95 452 гектар майҙанда сәсеү эштәре башҡарыласаҡ, уларҙың 56388 гектары иген культуралары тәшкил итһә, ярауай иген культураларына 50660 гектар тура килә. Дөйөм республикалағы һымаҡ, майлы культураларҙың, шул иҫәптән көнбағыш майҙанын арттырыу ниәтләнә. Көнбағыш 11,5 мең гектар биләйәсәк. Шулай уҡ соя һәм рапс майҙаны ла киңәйәсәк. Ярауай рапстан тыш, ужым рапсы ла сәселгән, ҡышты улар яҡшы үткәргән. Бойҙай, арпаны етештереү рентабеллеге майлы, техник культураларҙан ҡалыша, шуға ла көнбағыш, рапс кеүек культуралар майҙаны ҙурайтыла.

Минераль ашламаларҙы быйыл 8600 тонна тирәһе әҙерләү планлаштырылған. Уның 60 процент тирәһе келәттәргә тупланған, ҡалғаны ошо көндәрҙә алынасаҡ. Орлоҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә хәл ителгән. Район хужалыҡтары элиталы, оригинал орлоҡтар алыуға ҙур иғтибар бирә.

–Төндә лә йылы һауа температураһы урынлашыу менән орлоҡтарҙы ағыулау эшенә керешәсәкбеҙ. Аҙна-ун көндән баҫыуҙарға сығыу мөмкинлеге булыр тип уйлайым. Эште күп йыллыҡ үләндәрҙе, ужым культураларын туҡландырыуҙан башлаясаҡбыҙ, һуңынан яҙғы сәсеүгә тотонабыҙ, – тине Сергей Петрович.

Шуныһы ҡыуаныслы, быйыл ҡыштың үтә һалҡын булмауы, ҡар ҡатламының ҡалынлығы ужым культураларының уңышлы ҡышлауына булышлыҡ иткән. Монолиттар алынып, һөҙөмтәләре тикшерелгән. Ужымды ҡабаттан сәсергә тура килмәйәсәк, тигән фекерҙә илештәр.

Сәсеүгә әҙерлек эштәрен үҙ күҙҙәребеҙ менән күреү, механизаторҙар менән аралашыу маҡсатында райондағы көслө хужалыҡтарҙың береһе “Урал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә юлландыҡ. Ул үҫемлекселек, малсылыҡ йүнәлешендә үҫешә. Был хужалыҡҡа гүзәл заттың идара итеүе һәм эште уңышлы алып барыуы беҙҙе айырыуса ҡыҙыҡһындырҙы. “Урал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Елена Ибраһимованың ауыл хужалығы буйынса һөнәр һайлауы осраҡлы түгел, ул атаһының эшен дауам итә.

–Атайым 45 йыл ошо хужалыҡҡа етәкселек итте. Бөгөн хаҡлы ялда булһа ла, эш менән ҡайнап йәшәй, әле ул хужалыҡтың директор консультанты. Үҙем 2019 йылда бында башҡарма директор булып эшкә килгәйнем, ярты йылдан генераль директор вазифаһына тәғәйенләндем, – тип һөйләп алып китте әңгәмәсем.

Эште уңышлы алып барыу өсөн уҡырға, белемен төрлө яҡлап камиллаштырырға ынтыла Елена Роберт ҡыҙы. Тәүҙә Өфө дәүләт нефть техник университетында финанс буйынса һөнәр ала, һуңынан корпоратив контроль һәм анализ йүнәлеше буйынса магистратура тамамлай. Иҡтисад буйынса төплө белем хужалыҡҡа идара иткәндә лә ярҙам итә. Һуңынан Башҡорт дәүләт аграр университетында агроном һөнәренә уҡып сыға, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында ла белемен камиллаштырырға өлгөрә. Туҡтауһыҙ эҙләнеү, үҫеү юлында булған хужалыҡ етәксеһе ветеринария буйынса ла һөнәр алыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Былар барыһы ла уға эшендә булышлыҡ итә.

–Бөгөн хужалыҡтың 5 мең гектар һөрөнтө ере бар, уның 3800 гектары - иген культуралары. Быйыл көнбағыш майҙанын арттырабыҙ, ул 300 гектар майҙанды биләйәсәк. Яғыулыҡ-майлау материалдары, минераль ашламалар барыһы ла хәстәрләнгән. Техниканың торошо ла яҡшы. Былтыр 50 миллион һумлыҡ яңы техника алдыҡ, бер иген йыйыу комбайны, ике МТЗ тракторы, бер үҙ йөрөшлө сапҡыс, бер мал аҙығы йыйыу комбайны, хужалыҡтағы белгестәргә ике “Нива” машинаһы ҡайтарылды. Хужалыҡҡа эшкә килгән йәш белгестәргә һәр төрлө ярҙам күрһәтергә тырышабыҙ. Әлеге көндә бер йәш механизаторға йорт төҙөү буйынса эш алып барыла, – тип һөйләне әңгәмәсем.

Малсылыҡ өлкәһендә лә һынатмай хужалыҡ. Бөгөн бында 1600 һыйыр малдары иҫәпләнә, уларҙың 450 башы - һауын һыйыры. Уларҙан тәүлек һауым 8 тонна тәшкил итә. Голштен, ҡара-сыбар тоҡомло һыйырҙар һөт алыу кимәлен күтәреүгә булышлыҡ итә. Уларҙың һөтө лә күп, ҡуйылығы ла юғары. Уртаса алғанда бер һыйырҙан тәүлек һауым 20 литр тәшкил итһә, ныҡ һөтлөләренән 30 литрға етә. Продукцияны хужалыҡ Благовар, Илеш һөт заводтарына тапшыра. Тырышып эшләгәс, һөҙөмтәһен дә күрге килә. Хужалыҡ етәксеһе һөт тапшырыу хаҡының түбән булыуына борсолоуын белдерҙе.

Әле хужалыҡта 75 кеше эшләй. Улар – һауынсылар, малсылар, механизаторҙар, ләкин эшсе ҡулдарҙың етмәүе тойола. Шуға ла эште автоматлаштырыу ярҙамында мәсьәләне хәл итергә тырыша етәксе. Әле һауыу залын реконструкциялау бурысы ҡуйылған. Унда һыйырҙар бәйле булмаясаҡ, малдарҙы эсереү, тиреҫте алыу автоматлаштырыла, мал аҙығы таратыусы ҡорамал ҡулланыла, һауыу өсөн дә эшсе ҡулдары күп кәрәкмәйәсәк.

Ауыл хужалығында хеҙмәт итеү был нәҫелдә быуындан-быуынға килеүе лә маҡтауға лайыҡ. Елена Ибраһимованың 11 йәшлек ҡыҙы ла үҫемлекселек тармағы менән ҡыҙыҡһына. Әле үҙенең ғилми-тикшеренеү эше менән республика кимәлендә еңеү яулап, Мәскәүгә барырға йыйына.

Хужалыҡта һәр ерҙә йүнсел етәксенең ҡулы тойола. Трактор паркы ла заманса яңы техника менән тулы. Ундағы механизаторҙарҙы эш мәлендә тап иттек.

Рсай ауылынан хужалыҡ инженеры Илсур Шәйхелисламов - йәш белгес. Элек Себер тарафтарында эшләгән, хәҙер дүртенсе йыл ошо хужалыҡта тир түгә. Бер юлы Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡып йөрөй. Тәүҙә механизатор була, һуңынан инженер вазифаһына тәғәйенләнә. Ғаиләһе менән ауылда төпләнгән. Тормош иптәше менән Сафия исемле ҡыҙ үҫтерәләр.

–Атайым да, әсәйем дә үҙҙәрен ауыл хужалығына арнаны. Атайым байтаҡ йылдар механизатор булып эшләне, хәҙер мәрхүм булып ҡалды. Әсәйем бөгөн дә малсылыҡта хеҙмәт итә, – тип һөйләне Илсур.

Ошо уҡ ауылдан Ильяс Әсәҙуллин - ҙур тәжрибәле механизатор. Ул 1981 йылдан бында эшләй. “Ауыл тормошо күңелгә яҡын булды, шуға ситкә китмәнем”, - ти ул. Ғаилә ҡора, йорт һала, тормош иптәше менән ике бала тәрбиәләп үҫтерәләр.

Бына ошондай ябай ғына, ләкин егәрле, тырыш ауыл хеҙмәтсәндәре илгә икмәк үҫтерә, ит-һөт менән тәьмин итә. “Беҙ һөйләй белмәйбеҙ, эшләй генә беләбеҙ”,- ти улар үҙҙәре тураһында.

Ер ҡарҙан әрселеү менән баҫыуҙарҙа ҙур эш башланыр, хеҙмәт батырҙарының яҙғы баҫыу эштәрен быйыл да уңышлы башҡарып сығыуҙарына шигебеҙ юҡ.

Белешмә

Рәмил Мостафин,

Илеш районы хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығының баш инженеры:

–Райондың ауыл сәнәғәте комплексында 434 берәмек трактор иҫәпләнһә, уларҙың 363-ө яҙғы баҫыу эштәрендә ҡатнашасаҡ. Бынан тыш 263 сәскес, 230 культиватор һәм башҡа төрлө техника йәлеп ителәсәк. Районда етерлек кимәлдә техника булыуы тейешле агротехник ваҡытта яҙғы баҫыу эштәрен башҡарып сығыуға булышлыҡ итә. Сәсеү эштәренә 2150 тонна дизель яғыулығы талап ителһә, был күләм тулыһынса тиерлек хәстәрләнгән. Яғыулыҡ-майлау материалдарын туплау әле дауам итә. Яҙғы-баҫыу эштәрендә ҡатнашасаҡ механизаторҙар барыһы ла уҡыу үткән.

Яңы техника хәстәрләү буйынса ла хужалыҡтар өҙлөкһөҙ эш алып бара. Үткән йылда 883 миллиондан ашыу һумлыҡ яңы техника алынды. Уларҙың 12-һе трактор, һигеҙе – иген йыйыу комбайны, ике мал аҙығы йыйыу комбайны, өсө – үҙ йөрөшлө сапҡыс һәм башҡа төрлө техника. Быйыл өс ай эсендә 90 миллион һумға яҡын суммаға ауыл хужалығы техникаһы алынды.

Автор фотоһы.

Илеш районы.