Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

“Буба” еңеү өсөн көрәшеүен дауам итә

Ауыр яраланғандан һуң дауаланған ваҡытта Иглин районынан “Буба” позывнойлы яугир “Барыһы ла еңеү өсөн” штабы ирекмәндәре менән осрашты, улар даими рәүештә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә ярҙам күрһәтә. “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы яугиры “Буба” үҙе дүрт тапҡыр ҡаты яралана һәм оҙайлы реабилитациянан һуң аяҡҡа баҫа. Һәм тулыһынса һауығыр өсөн тыуған өйөнә ҡайта. Ул тәү нәүбәттә “Барыһы ла еңеү өсөн” штаб ирекмәндәре янына барған. - Был эш тураһында нимә әйтергә? Беҙгә, яу яланындағы егеттәргә, ауыр саҡтарҙа үҙегеҙҙе, ваҡытығыҙҙы, бар көсөгөҙҙө йәлләмәй ярҙам итеүегеҙ өсөн оло рәхмәт тойғоһо ғына кисерәм. Һеҙ изге эш башҡараһығыҙ, был - махсус хәрби операция биләмәһендә булғандарға ҙур ярҙам, - тип белдерҙе “Буба”. Ветеранға әҙер продукция келәтен - маскировка селтәрҙәрен, носилкаларҙы һәм антидрон юрғандарҙы күрһәттеләр. - Ул минең яныма килде. Нашлемниктар эшләүемде күрһәттем. Мин инде 32 дана үрҙем. Уға ла эш серҙәрен күрһәттем, өйрәнгәс, ул да ярҙам итте. Яугирҙең
Оглавление
    “Буба” еңеү өсөн көрәшеүен дауам итә
“Буба” еңеү өсөн көрәшеүен дауам итә

“Буба” еңеү өсөн көрәшеүен дауам итә

Осрашыу барышында “Буба” ирекмәндәр штабы ағзаларына “Башҡортостан” полкы составында хеҙмәт итеүе, үҙенең хәрби юлы, иптәштәренең ҡаһарманлығы хаҡында һөйләне.

Ауыр яраланғандан һуң дауаланған ваҡытта Иглин районынан “Буба” позывнойлы яугир “Барыһы ла еңеү өсөн” штабы ирекмәндәре менән осрашты, улар даими рәүештә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә ярҙам күрһәтә.

“Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы яугиры “Буба” үҙе дүрт тапҡыр ҡаты яралана һәм оҙайлы реабилитациянан һуң аяҡҡа баҫа. Һәм тулыһынса һауығыр өсөн тыуған өйөнә ҡайта. Ул тәү нәүбәттә “Барыһы ла еңеү өсөн” штаб ирекмәндәре янына барған.

- Был эш тураһында нимә әйтергә? Беҙгә, яу яланындағы егеттәргә, ауыр саҡтарҙа үҙегеҙҙе, ваҡытығыҙҙы, бар көсөгөҙҙө йәлләмәй ярҙам итеүегеҙ өсөн оло рәхмәт тойғоһо ғына кисерәм. Һеҙ изге эш башҡараһығыҙ, был - махсус хәрби операция биләмәһендә булғандарға ҙур ярҙам, - тип белдерҙе “Буба”.

Ветеранға әҙер продукция келәтен - маскировка селтәрҙәрен, носилкаларҙы һәм антидрон юрғандарҙы күрһәттеләр.

- Ул минең яныма килде. Нашлемниктар эшләүемде күрһәттем. Мин инде 32 дана үрҙем. Уға ла эш серҙәрен күрһәттем, өйрәнгәс, ул да ярҙам итте. Яугирҙең әйтеүенсә, әлегә тотош взводҡа нашлемник бәйләгәнмен, һәм ул бик кәрәкле әйбер икән. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүем менән ғорурланам, һәм еңеү беҙҙең яҡта булыр тип ышанам, - тип шлем өҫтөнән кейергә маскировка шлемдары үреүсе йәш ирекмән Иван Подгорный үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Осрашыу барышында “Буба” ирекмәндәр штабы ағзаларына “Башҡортостан” полкы составында хеҙмәт итеүе, үҙенең хәрби юлы, иптәштәренең ҡаһарманлығы хаҡында һөйләне.

- Иң ауыр мәлдәрҙә иңгә-иң терәшеп бер-беребеҙгә ярҙам иткән яуҙаш дуҫымды онотмайым. Махсус хәрби операциянан ҡайтҡас уның менән осрашырға, балыҡҡа йөрөргә хыялланғайныҡ. Хәҙер мин уның ата-әсәһенә генә барып хәлдәрен белеп, ярҙам итеп йөрөй алам, - тип уртаҡлашты “Буба”.

Батыр егет һүҙенең аҙағында, дауаланып алғас та кире яуҙаштары эргәһенә барырға, еңеүҙе тиҙерәк яҡынайтырға теләген белдерҙе.

Фото: Иглин районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan