Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Иглин районында янғында ике кеше һәләк булған. Бөгөн иртәнсәк Ҡыҙыл Восход ауылында бер ҡатлы йортта ут сыҡҡан. Янғын һүндереү подразделениелары килгәндә 5х8 ҙурлығындағы таҡта верандалы йортто тулыһынса ут ялмап алған була. Ҡотҡарыусылар утты һүндергән саҡта 34 йәшлек йорт хужаһының һәм уның 32 йәшлек дуҫының йәнһеҙ кәүҙәһен таба. Был фажиғәле осраҡ буйынса тикшереү үткәрелә, ваҡиға урынында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшереүсеһе һәм тәфтиш-оператив төркөм эшләй. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә: - электр селтәрен артыҡ көсөргәнештә эшләтмәгеҙ; - төндә гаджеттарҙы зарядкала ҡалдырмағыҙ; - түшәктә тәмәке тартмағыҙ, айырыуса иҫерек килеш. Янғын һәм ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда 101 һәм 112 һандарына шылтыратығыҙ. Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш