Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ҡыш әле генә китергә ашыҡмай

Аномаль йылы марттан һуң Башҡортостанды йәнә һалҡын көндәр көтә. Һауа торошо беҙгә нимә әҙерләй? Синоптиктар фараздары менән уртаҡлашты.. Башгидромет метеорологтары мәғлүмәттәре буйынса, һыуытыу 5 апрелдә төндән башланды. Термометр бағанаһы кире билдәләргә төштө: республика буйынса +2,+7 градус, урыны менән -3 градусҡаса, көндөҙ +12,+17 градус. 6 апрелдән, ямғыр яуа, төндә -5 градусҡаса, көндөҙ температура +15 градустан юғары күтәрелмәйәсәк. Урыны менән яуым-төшөм ҡарға әйләнергә мөмкин, ул, яуып, шунда уҡ ирейәсәк. Башҡортостанды ҡыштың ҡабатланыуы көтә. “Фобос” үҙәге мәғлүмәте буйынса, апрель уртаһына яңынан йылыта. 14 апрелгә ямғырҙар туҡтаясаҡ, һауа ярайһы уҡ +20 градусҡа тиклем йылынасаҡ. Әммә йылы оҙаҡҡа бармай. 20 апрелдән һауа температураһы йәнә түбәнәйә, ай аҙағына тиклем һалҡын була – төндә 0 градус тирәһе, көндөҙ +16 градустан юғары түгел. Фото: Әлиә Хужәхмәтова. Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan
Оглавление
    Ҡыш әле генә китергә ашыҡмай
Ҡыш әле генә китергә ашыҡмай

Ҡыш әле генә китергә ашыҡмай

Ҡасан кире йылытыр? Тик был йылы оҙаҡҡа түгел...

Аномаль йылы марттан һуң Башҡортостанды йәнә һалҡын көндәр көтә. Һауа торошо беҙгә нимә әҙерләй? Синоптиктар фараздары менән уртаҡлашты..

Башгидромет метеорологтары мәғлүмәттәре буйынса, һыуытыу 5 апрелдә төндән башланды. Термометр бағанаһы кире билдәләргә төштө: республика буйынса +2,+7 градус, урыны менән -3 градусҡаса, көндөҙ +12,+17 градус.

6 апрелдән, ямғыр яуа, төндә -5 градусҡаса, көндөҙ температура +15 градустан юғары күтәрелмәйәсәк. Урыны менән яуым-төшөм ҡарға әйләнергә мөмкин, ул, яуып, шунда уҡ ирейәсәк. Башҡортостанды ҡыштың ҡабатланыуы көтә.

“Фобос” үҙәге мәғлүмәте буйынса, апрель уртаһына яңынан йылыта. 14 апрелгә ямғырҙар туҡтаясаҡ, һауа ярайһы уҡ +20 градусҡа тиклем йылынасаҡ. Әммә йылы оҙаҡҡа бармай. 20 апрелдән һауа температураһы йәнә түбәнәйә, ай аҙағына тиклем һалҡын була – төндә 0 градус тирәһе, көндөҙ +16 градустан юғары түгел.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова.

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan