“Аманат дуҫтарын йыя” тигән фестиваль үтә, унда уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдары йәштәре йыйыла... Ошо хәбәрҙе ишетеү менән йөрәкһендем. Күңелем тулды, күҙҙәремдән йәш бәреп сыҡты, тыным ҡыҫылып, таяна-таяна тупһаға сығып ултырҙым. Туҡһанынсы йылдар йәштәре... Гитара... Ғүмерлек һыҙланыуға һалған мөхәббәтем... Һуңғы кистә, ниңәлер, ошо йырҙы ҡабат-ҡабат йырлап хәрби хеҙмәткә киткәйне һөйгәнем... ...Беренсе курсты тамамлап килгәндә ҡыҙҙар менән күмәкләп беренсе тапҡыр “пятачок”ка сыҡҡанбыҙ. Күмәк йәштәр араһында үҙебеҙҙе тәүҙә уңайһыҙыраҡ тойһаҡ та, бер аҙҙан өйрәнеп киттек. Гармунға туйғансы бейеп, ауыл клубын һағыныуҙы баҫып, төн һыҙылғас, ятаҡҡа ҡайтырға сыҡтыҡ. Шул саҡ ситтәрәк, ағастар араһында гитара моңо ишетелде. Бер өйкөм егеттәр ултырған, ә уртала... Гитара уйнап йырлаған был егеткә бер күреүҙән ғашиҡ булдым... Ошо мәлдән минең тормошомда һөйөүле, ҡанатлы, илаһи, бик-бик бәхетле миҙгел башланды. Гитарасы егет, моңло, һағышлы, шул уҡ ваҡытта ғәжәп хыялға бай, тырыш, ныҡышмал Т