Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Беларусь делегацияһы Вуз-ара кампуста ғилми стажировка үтте

Стажировка ваҡытында ҡунаҡтар вуз-ара студенттар кампусы инфраструктураһы һәм лабораториялары менән танышты. Ҡатнашыусылар М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла “Интеграль фотоника нигеҙендә ҡоролмаларҙы тикшереү, эшләү һәм моделләштереү” темаһына квалификация күтәреү курсын үтте. Шулай уҡ делегация төбәктең фәнни-технологик экосистемаһы тураһында тулы мәғлүмәт алыу өсөн Өфөнөң алдынғы юғары уҡыу йорттары, ғилми учреждениелары һәм предприятиелары тәжрибәһен өйрәнде. Стажировканың төп маҡсаты – “Фотоника” йүнәлеше буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа Башҡортостан университеттарының, ғилми ойошмаларының һәм предприятиеларының уңышлы тәжрибәһен күрһәтеү. Визиттың төп ваҡиғаһы булып вуз-ара кампуста үткән “Идеяларҙан - тормошҡа ашырыуға тиклем: фотоника һәм электроника өлкәһендә берлектәге проекттар” халыҡ-ара стратегик сессияһы торҙо. Сара Белоруссия һәм Башҡортостан вуздары араһында партнерлыҡты үҫтереүгә арналды. Стратегик сессияла Белоруссия делегацияһы, Башҡортостандың Стратегик үҫеш үҙәге, Е
Оглавление
    Беларусь делегацияһы Вуз-ара кампуста ғилми стажировка үтте
Беларусь делегацияһы Вуз-ара кампуста ғилми стажировка үтте

Беларусь делегацияһы Вуз-ара кампуста ғилми стажировка үтте

Фәнни-белем биреү өлкәһендә ике яҡлы хеҙмәттәшлекте үҫтереү маҡсатында Беларусь Республикаһы делегацияһы Өфөлә ғилми стажировка үтте. Уны донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәге һәм Башҡортостан менән Беларусь республикаларының юғары уҡыу йорттары ойошторҙо һәм ул ғилми ойошмалары араһында партнерлыҡ бәйләнештәрен нығытыуҙа мөһим аҙым булды.

Стажировка ваҡытында ҡунаҡтар вуз-ара студенттар кампусы инфраструктураһы һәм лабораториялары менән танышты. Ҡатнашыусылар М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла “Интеграль фотоника нигеҙендә ҡоролмаларҙы тикшереү, эшләү һәм моделләштереү” темаһына квалификация күтәреү курсын үтте. Шулай уҡ делегация төбәктең фәнни-технологик экосистемаһы тураһында тулы мәғлүмәт алыу өсөн Өфөнөң алдынғы юғары уҡыу йорттары, ғилми учреждениелары һәм предприятиелары тәжрибәһен өйрәнде.

Стажировканың төп маҡсаты – “Фотоника” йүнәлеше буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа Башҡортостан университеттарының, ғилми ойошмаларының һәм предприятиеларының уңышлы тәжрибәһен күрһәтеү.

Визиттың төп ваҡиғаһы булып вуз-ара кампуста үткән “Идеяларҙан - тормошҡа ашырыуға тиклем: фотоника һәм электроника өлкәһендә берлектәге проекттар” халыҡ-ара стратегик сессияһы торҙо. Сара Белоруссия һәм Башҡортостан вуздары араһында партнерлыҡты үҫтереүгә арналды. Стратегик сессияла Белоруссия делегацияһы, Башҡортостандың Стратегик үҫеш үҙәге, Евразия Фәнни-белем биреү үҙәге вәкилдәре, Өфө фән һәм технологиялар университеты, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, шулай уҡ Рәсәй фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге ғалимдары һәм уҡытыусылары ҡатнашты. Видеоэлемтә аша фекер алышыуға Белорус дәүләт информатика һәм радиоэлектроника университеты вәкилдәре лә ҡушылды.

Стратегик сессия барышында ҡатнашыусылар берлектәге эштең төп йүнәлештәрен ентекле тикшерҙе. Улар иҫәбендә “Фотоника һәм оптоинформатика” йүнәлеше буйынса магистр программаһын булдырыу, фотоника һәм электроника ҡоролмаларын эшләү өсөн золь-гель ысулын ҡулланыу буйынса берлектәге тикшеренеүҙәр һ.б. Фотоника, фотовольтаика һәм микроэлектроника өсөн яңы материалдар һәм гетероструктуралар темаһын айырым ҡаранылар. Бынан тыш, яҡтар грант ярҙамы алыу өсөн Рәсәй фәнни фонды конкурстарына берлектәге ғаризалар әҙерләү мөмкинлеген тикшерҙе.

Эшлекле программанан тыш, белорус делегацияһы өсөн студенттар кампусы буйлап экскурсия ла ойошторола. Белоруссиянан килгән ҡунаҡтар хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереүгә ҙур ҡыҙыҡһыныуҙарын белдерҙеләр.

Визит Рәсәйҙәге Фән һәм технологиялар ун йыллығына ярашлы үтә һәм ике яҡтың да берлектәге хеҙмәттәшлек менән ҡыҙыҡһыныуын күрһәтә. Был яҡын арала яңы белем биреү һәм фәнни проекттарҙы башлау өсөн яҡшы нигеҙ булдыра.

Белешмә

Евразия Фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә. Өфө кампусы проекты - 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эшлекле зоналары, магазиндары, уңайлы скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар өсөн урын. 2030 йылға илдә 25 кампустан торған селтәр барлыҡҡа килергә тейеш. Был йүнәлеш буйынса эште РФ Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында 24 ошондай студент ҡаласығы проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа тиклем артасаҡ.

Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: https://pravitelstvorb.ru/news/28653/