“Яҙмыштарҙан һин бит көслөрәкһең, Юғалма юлдарымдан, юғалма...” Сыңғырап торған моң клуб стеналарына ҡағылып, залды тултыра, тын да алмай тыңлаған халыҡты ниндәйҙер сихри тулҡындарҙа бәүелтә, йөрәктең иң нескә ҡылдарына килеп ҡағыла кеүек. Был йырҙың кемгә арналғанын белгәнгә күрәме, ул миңә айырыуса ныҡ тәьҫир итә, ирекһеҙҙән күҙгә йәш тула. Тормош юлдашы Илһамға арнап йырлай уны Гөлшат. Илһам да залда. Күҙ ҡырыйы менән генә уға ҡарап алам. Берсә сәхнәләге ҡатынына һоҡланыулы ҡараш ташлай, берсә уңайһыҙланғандай күҙҙәрен аҫҡа төбәй. “Ә бит барыһы ла башҡа төрлө булыр ине...” тигән уйҙан йөрәк өшөп китә. ...Гөлшат менән Илһам педучилищела уҡығанда танышып дуҫлашып китә. Уҡыуҙы тамамлар мәлдә ҡыҙ егетте әрме сафына оҙата. Ике йәш йөрәктең араһын һөйөү хисе менән тулы хаттар бәйләй. Уларҙың ғаилә тарихын, бөгөнгө бәхеттәренә илткән юлдарындағы һынауҙар хаҡында Гөлшат үҙе һөйләгәйне бер осрашҡанда. "Илһам Чечняға эләкте. Хаттары тәүҙә йыш ҡына килде. Шундай матур итеп яҙа! Мин уның бер ха