2025 йылда Башҡортостанда төбәктең сәсеү майҙандарының 34 процентын файҙаланған фермерҙар 36,2 миллиард һумлыҡ продукция етештергән. Төбәктең бәләкәй агробизнесында продукция етештереү индексы 105 процент самаһы тәшкил иткән. Ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙе арттырыу «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» милли проекты (национальный проект «Технологическое обеспечение продовольственной безопасности») бурыстарына тап килә, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығында. 2025 йыл йомғаҡтары буйынса иген етештереүҙең дөйөм күләмендә фермерҙарҙың өлөшө 30 процент, майлы культуралар буйынса - 31, шәкәр сөгөлдөрө - 10, һөт етештереүҙә 11 процент тәшкил иткән. Фермерҙар 1 миллион тоннанан ашыу иген, 320 мең тонна май бирә торған культуралар йыйған. Өҫтәүенә фермерҙар сәсеү структураһын әүҙем үҙгәртә: майлы культураларға тәғәйен майҙан 2025 йылда 51 мең гектарға арттырылған. Шулай уҡ фермерҙар тере ауырлыҡта 24 мең тоннанан ашыу мал һәм ҡош-ҡорт, 146 мең тонна са