3 апрелдә башҡорт эстрадаһының тағы ла бер йондоҙо – Ян Лираның тыуған көнө. Ул ижади ғаиләлә үҫә, әсәһе Зилә Лира - йырсы, режиссер, ҡул оҫтаһы һәм бик күп ижади проекттар авторы. Әлбиттә, әсәй үҙенең барлыҡ уңыштарын берҙән-бер улына бағышлай. Бөгөн дә йөрәк түренән сыҡҡан матур һүҙҙәре менән Янды ҡотлап яҙҙы. “Минең улым – Янчик, һиңә – 36! Ә мин һинең тәүге һаҡ аҙымдарыңды әле лә хәтерләйем... Йөрәгеңдә мәңгелек музыка, сәхнәлә ут һәм яҡындарың алдында мөхәббәт теләйем. Тормошоң репертуарҙағы иң яҡшы йыр кеүек сағыу һәм үткер булһын! Рәхмәт, үҙең булып ҡалыуҙан ҡурҡманың һәм сәнғәткә хеҙмәт итеү кеүек ауыр юлды һайланың. Һин – минең иң яҡшы көйөм. Мин - һинең мәңгегә төп фанатың! Минут һайын, сәхнәлә лә, унан тыш та бәхетле бул. Тауышың көслө булһын, тыңлаусылар рәхмәтле булһын, ә өйҙә һәр ваҡыт тыныс яр көтә. Гонорарың үҫһен, "связка"ң ауыртмаһын, ә ижади илһам һинең менән мәңге бергә ҡалһын. Һау-сәләмәт, моңло-йырлы һәм сикһеҙ бәхетле бул. Тыуған көнөң менән, балам!” – тип яҙҙы З