Башҡортостан Республикаһының Учалы дауаханаһына яңы УЗИ-аппарат килде. Был “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) милли проектын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Эксперт класындағы портатив ультратауыш аппараты - алдынғы клиник практика тәжрибәһен ҡулланырға теләүсе табип өсөн идеаль ҡарар. Һүрәттең юғары сифаты һәм сканер файҙаланыуҙағы ябай функциялары ультратауышлы тикшереү контроле аҫтында диагностикалау һәм инвазив процедураларҙы үткәрергә ярҙам итә. — Яңы УЗИ-аппарат организмдың төрлө ағзалары һәм системалары ауырыуҙарын диагностикалау сифатын да, тиҙлеген дә ярайһы уҡ күтәрергә мөмкинлек бирҙе, - тип билдәләне ультратауыш диагностикаһы табибы Юлиә Бүләкбаева. Башҡортостанда медицина йылдан-йыл уңайлыраҡ һәм замансараҡ була бара. Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын үҫтереү тәү сиратта ғүмер оҙайлығын арттырыуға һәм республика халҡының медицина ярҙамы менән ҡәнәғәтлек