Беҙҙең яугирҙәребеҙ махсус хәрби операция зонаһында батырҙарса һуғыша, дошман техникаһын, нығытмаларын сафтан сығара. Егеттәр берҙәмлектәре, еңеүгә ышаныстары менән көслө. “Кадет” позывнойлы яугир – Малаяҙҙан, “Грек” – Дәүләкән, “Коба” Бүздәк райондарынан. Уларҙың өсөһө лә Өфөләге СКАД (Специальная команда активных действий) төркөмөнә инә. Яңыраҡ улар махсус хәрби операция зонаһына сираттағы командировканан ҡайтты, тип яҙа “Салауат ерендә” гәзите. Өс ай дауамында улар дошмандың хәрби машиналарын, терәк пункттарын, күпләп боевиктарҙы юҡ итә. Егеттәрҙең өсөһө лә махсус хәрби операцияла 2022 йылдан ҡатнаша, наградаларға лайыҡ була, яраланырға ла тура килә. 25-27 йәшлек яугирҙәр пилотһыҙ осоу аппараттары менән эш итеү буйынса уҡый, күнекмәләрен практикала нығыта. Улар һөжүм итеүсе дрондар, шулай уҡ разведкалаусы, “Баба-Яга” рәүешендәге дрондар менән дә эш итә. Яугирҙәрҙең әйтеүенсә, пилотһыҙ осоу системалары ғәскәрҙәренән тыш Ватанды һаҡлау, еңеү тураһында һүҙ йөрөтөүе лә ауыр. Джойстиктар