17 апрелдә йылдағыса Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙасаҡбыҙ. Әле был әһәмиәтле сараға әүҙем әҙерлек бара. Ошо хаҡта тулыраҡ мәғлүмәт биреүҙе һорап, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма директоры Гөлназ Йосоповаға мөрәжәғәт иттек. – Башҡорт теленән диктант, йылдағыса, ике форматта – онлайн һәм офлайн алымдарҙа уҙасаҡ. Офлайн диктант яҙыу 17 апрелдә, 11.00 сәғәттә БЮТ каналындағы тура эфир менән бер мәлдә башлана. Әлеге мәлдә урындарҙа сараны ойоштороусыларға кәрәкле материалдар таратыла. Бөгөнгә барлығы 650-нән ашыу диктант яҙыу майҙансығы теркәлде. Румыния, Төркиә, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан кеүек сит илдәрҙә лә майҙансыҡтар эшләйәсәк. Шулай уҡ йылдағыса Рәсәй төбәктәре лә башҡорт теленән диктант яҙыуға әүҙем ҡушылырға әҙерләнә. Мәҫәлән, бөгөнгә Силәбе өлкәһендә – 21, Ырымбурҙа ете майҙансыҡ теркәлеү үтте. Ҡурған, Свердловск һ.б. төбәктәрҙән ҡушылырға теләк белдерҙеләр. Майҙансыҡтарҙы теркәү 16 апрелдең 20:00 сәғәтенә тиклем https://bashdicta