Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ағас ултыртыуға ҡарашты үҙгәртергә ҡушылды

Быйылдан башлап муниципалитеттарға «Йәшел Башҡортостан» акцияһына ярашлы йәшелләндереүгә ҡарашты үҙгәртергә ҡушылды. Был хаҡта Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһе барышында Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова һөйләне. – Ҡалаларҙа һәм район үҙәктәрендәге төп урамдарҙа декоратив ағастарҙан аллеялар ултыртыуҙы тәьмин итергә кәрәк. Өҫтәүенә Өфө һәм Нефтекама өлгөһөндә бер үк бейеклектәге һәм бер үк йәштәге эре ағастарҙы ғына ултыртыу яҡшыраҡ буласаҡ, – тип билдәләне министр. Ирина Голованова, үҫентеләрҙе һайлағанда климат шарттарын иҫәпкә алыу кәрәклеген дә һыҙыҡ өҫтөнә алды. Декоратив аллеялар булдырыу ярайһы уҡ ҡиммәтле сара булыуын иҫәпкә алып, муниципаль властар уны бер нисә этапҡа бүлеп тормошҡа ашыра ала. Акция барышында быйыл 4,5 меңдән ашыу ҙур ағас һәм 62 мең башҡа үҫенте ултыртыласаҡ. 83 яңы тематик аллея булдырыу планлаштырыла. Йәшелләндереү ҡалалар һәм ҡасабаларҙы күркәмерәк, таныулыраҡ итеүҙә ҙур роль уйнай, шуға күрә яҡшы сортлы материал менән эшләргә
Оглавление
    Ағас ултыртыуға ҡарашты үҙгәртергә ҡушылды
Ағас ултыртыуға ҡарашты үҙгәртергә ҡушылды

Ағас ултыртыуға ҡарашты үҙгәртергә ҡушылды

Акция барышында быйыл 4,5 меңдән ашыу ҙур ағас һәм 62 мең башҡа үҫенте ултыртыласаҡ. 83 яңы тематик аллея булдырыу планлаштырыла.

Быйылдан башлап муниципалитеттарға «Йәшел Башҡортостан» акцияһына ярашлы йәшелләндереүгә ҡарашты үҙгәртергә ҡушылды. Был хаҡта Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһе барышында Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова һөйләне.

– Ҡалаларҙа һәм район үҙәктәрендәге төп урамдарҙа декоратив ағастарҙан аллеялар ултыртыуҙы тәьмин итергә кәрәк. Өҫтәүенә Өфө һәм Нефтекама өлгөһөндә бер үк бейеклектәге һәм бер үк йәштәге эре ағастарҙы ғына ултыртыу яҡшыраҡ буласаҡ, – тип билдәләне министр.

Ирина Голованова, үҫентеләрҙе һайлағанда климат шарттарын иҫәпкә алыу кәрәклеген дә һыҙыҡ өҫтөнә алды. Декоратив аллеялар булдырыу ярайһы уҡ ҡиммәтле сара булыуын иҫәпкә алып, муниципаль властар уны бер нисә этапҡа бүлеп тормошҡа ашыра ала.

Акция барышында быйыл 4,5 меңдән ашыу ҙур ағас һәм 62 мең башҡа үҫенте ултыртыласаҡ. 83 яңы тематик аллея булдырыу планлаштырыла.

Йәшелләндереү ҡалалар һәм ҡасабаларҙы күркәмерәк, таныулыраҡ итеүҙә ҙур роль уйнай, шуға күрә яҡшы сортлы материал менән эшләргә тырышырға кәрәк, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та.

Фото: Наталия Афонина (Кумертауское время).

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!