Дүртөйлө ҡалаһында “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты буйынса Иванай баҡсаһын төҙөкләндереләсәк. Был хаҡта төбәктең Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр иттеләр. Биләмә Ғабдулла Туҡай, Спорт, Ленин һәм Гәрәев урамдары сиктәрендә урынлашҡан. Унда һыу буйында уңайлы ял итеү өсөн урындар булдырыласаҡ һәм кафе ойоштороласаҡ. Эшҡыуарҙар спорт ҡорамалдары прокатын аса ала. Бынан тыш, белгестәр шишмә янындағы урынды үҙгәртәсәк, саралар зонаһын һәм балалар өсөн уйын маршрутын йыһазландырасаҡ. Баҡсала йүкә, саған, миләш, спирея, барбарис, бульденеж баланы, сирень һәм төрлө сәскәләр ултыртыу планлаштырыла. Шулай уҡ унда гипоаллерген тирәктәрҙән аллея барлыҡҡа киләсәк. “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) маҡсаты — тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, бөтә социаль һәм коммуналь инфраструктураны булдырыу һәм яңыртыу, хәрәкәт итеүсе состав