Рәмзиә уйламағанда дауаханаға эләкте. Ниндәй ауырыу менән бит әле. Яман шеш. Бер кемдән, бер нәмәгән ҡурҡмаған, бер ҡасан да бер кемде йәлләй белмәгән Рәмзиә бөгөн бөрөшөп, юғалып ҡалды. Кеше ғүмеренең иң матур сағында 40 йәшендә ошондай яман сиргә юлығырмын, тип күҙ алдына ла килтермәне бит ул. Үлем менән күҙгә күҙ осрашҡанда башҡа төрлө уйҙар килә. Ни өсөн шулай? Балаларҙы үҫтереп, тормош иптәше менән тынысланып ҡына йәшәр мәлдә, яҙмыш уны яҡындарынан айырырмы? Кемгә шул тиклем зыян эшләне һуң ул? Уйҙар туҡтауһыҙ ағылды ла ағылды... Шул ваҡыт ҡылт итеп сегән ҡатыны менән булған бер ваҡиға хәтеренә төштө. Ун йыллап ваҡыт үткәндер уға. Рәмзиә ул ваҡытта ауыл хакимиәтендә эштәр идарасыһы булып эшләй ине. Ҡырҡмаһа ҡырҡ мәшәҡәт. Һәр береһенә лә өлгөрөргә кәрәк. Етмәһә өйҙә өс бала. Ире эске яғына бик йомшаҡ булғас, уны ла ҡарауыллап ҡына торорға кәрәк. Ул көндө төшкө ашҡа ҡайтҡан мәлендә иҫерек ире ҡаршы алды. "Бесән ваҡытында эсеп ятмаһаң! Бөтә кеше туғайҙа, көн матурҙа бесән хәстәрләй"