31 мартта күршеләрҙә – татарстан Республикаһының Түбәнге Кама ҡалаһында, сәнәғәт зонаһы биләмәһендә, шартлау булды. Уның сәбәбе – киптереүсенең эшендә етешһеҙлек. Авария һөҙөмтәһендә өс кеше һәләк була. Ҡала төтөн менән ҡапланған, ә производствола янғын сыҡҡан. Түбәнге Камала янғын һүндергәндә һәләк булғандар араһында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәре – янғын һүндереүсе Марат Нәзиповтың ғүмере фажиғәле өҙөлә. Ул 2021 йылдан ошо хеҙмәттә эш башлаған, өс йылдан һуң часть отделениеһының командиры итеп ҡуйғандар. Түбәнге Камала булған ваҡиғалар арҡаһында бөтә күмәк саралар туҡтатылған һәм өс көнлөк матәм иғлан ителгән. Фото сығанағы: Башкирия Online.