☀️ Сыйырсыҡ ҡунды ояға Һайлармы , юҡмы икән? Бер керә лә, бер сыға ул, Ояһы матур икән! Ояһында ниҙер эшләп Тағы ла килеп сыҡты, Бар тирә- яҡҡа таралды Яҙғы моңо сыйырсыҡтың! Ҡанаттарын ҡағып -ҡағып Шул тиклем дә моңлана, Был мәл ошо сыйырсыҡтан Шат ҡош юҡ был донъяла! Ҡош телдәрен белмәһәм дә, Аңлайым, ул һөйөнә, Ниндәй генә моңдар һалмай Үҙе һуҙған көйөнә! Ҡайтыуына шатланалыр Оҙон юлдарҙы үтеп, Тыуған яҡты һағыныуын Йырлай хәҙер йыр итеп! Фәүзиә Ҡотлогилдина -Алтынбикә