Төбәк кадрҙар программаларында ҡатнашыусыларҙың Беренсе форумы Мәскәү өлкәһенең Солнечногорск ҡалаһында «Сенеж» идаралыҡ оҫтаханаһында үтте һәм бөтә илдән 108 МХО ветеранын берләштерҙе. Сарала ҡатнашыусылар бер нисә көн дауамында илдең алдынғы идарасылары менән эшләне, граждандар хеҙмәте системаһында ветерандарҙың ролен тикшерҙе, шулай уҡ төрлө төбәктәрҙәге хеҙмәттәштәре менән тәжрибә уртаҡлашты. Форумды асып, РФ Президенты хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко былай тине: “Һеҙ – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар – ғүмерегеҙҙе һәм һаулығығыҙҙы хәүеф аҫтына ҡуйып, илебеҙҙе һаҡлауға баҫҡан ысын геройҙар. Һеҙ президент резервы булып тораһығыҙ һәм был – ҙур яуаплылыҡ. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ һәм төбәк башлыҡтары, төбәк программалары етәкселәре менән бергә дәүләт граждан хеҙмәтендә артабанғы эшегеҙ уңышлы булһын өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ". «Сенеж»дағы форум – илдең яңы идара итеү командаһын формалаштырыу буйынса ҙур дәүләт эшенең бер өлөшө. Бөгөн төбәк кадрҙа
Кадрҙар программаларында ҡатнашыусыларҙың Беренсе форумы үтте
3 дня назад3 дня назад
1 мин