Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

1,2 миллиондан ашыу кеше социаль ярҙам алған

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышында Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андерей Назаров 2025 йыл буйынса башҡарма властың эшмәкәрлеге тураһындағы сығышында Башҡортостанда күп балалы ғаиләләр һаны арта барыуы һәм әле улар 74 мең самаһы булыуы хаҡында белдерҙе. 2020 йылдан был күрһәткес 15 меңгә тиерлек артҡан. Бер үк ваҡытта айырылышыуҙар һаны дүрттән бер өлөшкә кәмегән. Ғаилә ҡиммәттәрен яҡлау өсөн республикала 21 декабрҙә яңы байрам – Күп балалы ғаилә көнө булдырылды. Властар күп балалы һәм күп быуынлы ғаиләләрҙең абруйын артабан да күтәрергә, шулай уҡ балалар тәрбиәләгән өсөн ата-әсәләрҙе хөрмәтләү практикаһын дауам итергә ниәтләй. Социаль ярҙам төп йүнәлештәрҙең береһе булып ҡала. 2025 йылда 1,2 миллиондан ашыу кеше, шул иҫәптән балалы 200 меңгә яҡын ғаилә ярҙам алған. Был маҡсатҡа 47 миллиард һум йүнәлтелгән. Андрей Назаров оҙайлы тәрбиә системаһының үҫешен айырым билдәләне. Федераль ярҙам арҡаһында уны финанслау 2023 йылда 109,2 миллион һум булһа, 2025 йылда бы
Оглавление
    1,2 миллиондан ашыу кеше социаль ярҙам алған
1,2 миллиондан ашыу кеше социаль ярҙам алған

1,2 миллиондан ашыу кеше социаль ярҙам алған

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика Башлығы Радий Хәбиров 2026 йылды Башҡортостанда "Ҙур һәм татыу ғаилә йылы" тип иғлан итте.

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышында Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андерей Назаров 2025 йыл буйынса башҡарма властың эшмәкәрлеге тураһындағы сығышында Башҡортостанда күп балалы ғаиләләр һаны арта барыуы һәм әле улар 74 мең самаһы булыуы хаҡында белдерҙе. 2020 йылдан был күрһәткес 15 меңгә тиерлек артҡан. Бер үк ваҡытта айырылышыуҙар һаны дүрттән бер өлөшкә кәмегән.

Ғаилә ҡиммәттәрен яҡлау өсөн республикала 21 декабрҙә яңы байрам – Күп балалы ғаилә көнө булдырылды. Властар күп балалы һәм күп быуынлы ғаиләләрҙең абруйын артабан да күтәрергә, шулай уҡ балалар тәрбиәләгән өсөн ата-әсәләрҙе хөрмәтләү практикаһын дауам итергә ниәтләй.

Социаль ярҙам төп йүнәлештәрҙең береһе булып ҡала. 2025 йылда 1,2 миллиондан ашыу кеше, шул иҫәптән балалы 200 меңгә яҡын ғаилә ярҙам алған. Был маҡсатҡа 47 миллиард һум йүнәлтелгән.

Андрей Назаров оҙайлы тәрбиә системаһының үҫешен айырым билдәләне.

Федераль ярҙам арҡаһында уны финанслау 2023 йылда 109,2 миллион һум булһа, 2025 йылда был күрһәткес 411,6 миллион һумға тиклем еткән. Өс йыл эсендә дүрт тапҡырға артҡан: әгәр 2022 йылда 231 кешегә хеҙмәт күрһәтелгән булһа, 2025 йылда – 855 кеше, шул иҫәптән МХО-ла ҡатнашҡан 59 кешегә.

Башҡортостан шулай уҡ дәүләткә ҡарамаған ойошмаларҙың социаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса Рәсәйҙә икенсе урынды биләй. Дәүләт-шәхси уҙаҡташлыҡ сиктәрендә 132 койка-урынға иҫәпләнгән биш пансионат булдырылған, хәҙер тағы ла 70 урынға иҫәпләнгән алтынсы пансионат реконструкциялана.

Халыҡтың уңайлылығы өсөн “Берҙәм ғариза” системаһы индерелгән, шулай уҡ хеҙмәт ветерандарына түләүҙәрҙе тәғәйенләүҙең әүҙем форматы һыналған. 2026 йылда эш тәү сиратта ватанды һаҡлаусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә, күп балалы ғаиләләргә һәм өлкән быуын кешеләренә ярҙам итеү мөмкинлеген арттырыуға йүнәлтеләсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика Башлығы Радий Хәбиров 2026 йылды Башҡортостанда "Ҙур һәм татыу ғаилә йылы" тип иғлан итте. Был иһә республика Хөкүмәтенә ошо йүнәлештә үҫеш өсөн яңы мөмкинлектәргә юл аса.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы (архивтан алынды).